©2018 Учебные документы
Рады что Вы стали частью нашего образовательного сообщества.

Башҡорт энциклопедияһы - бет 25


Тарихсы Әхмәтзәки Вәлиди Туған өсөн халыҡ ижады иң беренсе сиратта уның рухи донъяһының сағылыш формаһы һәм шул уҡ ваҡытта боронғо, йыраҡ тарихты өйрәнер өсөн мөһим бер сығанаҡ та. Шуға ул төрки тарихына бағышланған төп хеҙмәттәрендә тарихтың бигерәк тә боронғо осорҙарын тикшергәндә документаль яҙма материалдар наҡыҫ икән, легендаларға, риүәйәттәргә һәм дастандарға ныҡ таяна. Тарихсы ғалим фольклорҙы тарихи-художество күренеше булараҡ махсус рәүештә лә тикшерә, халыҡтың төрлө замандарҙағы тарихи, социаль, идея-эстетик ҡараштарының нисек сағылышын танып белеүҙең бер объекты итеп ҡарай. Был йәһәттән уның төрки дастандарын өйрәнгән хеҙмәттәре айырыуса үрнәкле. Шуның бер өлгөһө ’’Төрк дастанының таснифы” (классификацияһы) әҫәре. ’’Милли дастандар тарихи ваҡиғаларҙы тасуирлауҙа милләттең иң юғары милли тойғоларын сағылдырған, камил йәки мәғлүм дәрәжәлә тарихи нигеҙҙәге бер идеал итеп күрһәткән халыҡ әҙәбиәте әҫәрҙәренән ғибәрәттер”,— ти Ә.Вәлиди Туған. Милли эпос, дастандар мәсьәләһен етди һүрәттә өйрәнеүгә ул француздарҙың ’’Роланд тураһында йыр”, немецтарҙың ’’Небелунг”, гректарҙың ’’Одиссей” һәм ’’Илиада”, ирандарҙың ’’Шаһнамә”, финдарҙың ’’Калевала”, ҡырғыҙҙарҙың ’’Манас” дастандарын үрнәк итеп ҡуя. Сөнки былар эпос-дастандарҙың иң эпик булғандары, ти. Был әлкәлә өйрәнеүселәрҙән немец ғалимдарынан Нис- сенең грек, Штейнталдең фин, Радловтың төрки, Нолдеке- ның иран дастандарын анализлаған хеҙмәттәрен миҫал итеп килтерә. Шуныһын да айырып әйтә ул: әлеге дастандар, ошо халыҡтарҙың билдәле бер дәүерҙә милли шағирҙары тарафынан йыйылып, бер бөтөн форма алған берҙән-бер милли бөйөк әҫәрҙәрелер. Шул яҡтан Гомер, Фир- дәүси, фин Леннорт, заманының иң уҡымышлы кешеләре булыу өҫтөнә, үҙҙәре үк милли халыҡ шағирҙары ине, ти. Дастандарҙың барлыҡҡа килеү һәм үҫеү тарихына ҡа-

346
рата Ә.Вәлиди Туған уларҙың, бик борон замандарҙа мифологик нигеҙҙә синкретик рәүештә тыуып, төрлө миф, легендалар нигеҙәрендә ойоша барып, ҡәбиләләрҙең халыҡ, милләт булып формалашып еткән дәүерҙәрендә сәскә аты- уын, аҙаҡ тарҡала, ваҡлана, хатта онотола, юҡҡа сыға килеү эволюцияһын билдәләй. , Төрки халыҡтарының ҙур дәүләт, милләт булып ойоша башлауҙарына йәки халыҡсан милли идеологияһын нығы- тыуына бәйле рәүештә, Уғыҙнамә, Ҡоруғлы, Коркут китабы, Сыңғыҙнамә, Манас, Нуғай батырҙар рәтендәге дастандарҙың майҙанға сығыуын ентекле күҙәтә Ә.Вәлиди. Ғалим төрки дастандарҙың иң күренеклеләренең майҙан алы- уында исемдәре билдәле йә билдәһеҙ һүҙ оҫталарының — йырау, аҡын, баҡсы кеүек халыҡ шағирҙарының төп ролен һәм Рәшитетдин, Шәрәфетдин Йәзди, Абулғази кеүек тарихсы ғалимдарҙың булышлыҡтарын да күрһәтеп үтә. Төрки дастандарының сығанаҡтарын Ә.Вәлиди Туған тарих төпкөлдәренән үк юллай. Боронғо мифтарға мөрәжәғәт итә. Тәүге яҙма киҫәктәрен Орхон-Йәнәсәй тапгьяҙ- маларынан таба, Мәхмүт Ҡашғариҙың атаҡлы һүҙлегенән эҙләп ала, башҡа ярсыҡтарын төпсөй. Бозҡорт легендаларына иғтибар итә. Легендалар һөйләүенсә, Бозкорттоң дүрт улы булған икән: Чигил, Барсхан, Түң, Илаҡ. Түндең улы Туңа Алп батыр булып киткән. Туңа Алп батыр хаҡында риүәйәттәр һаҡланып ҡалған. Туңа Алп Афрасиап батырға барып ялғана. Афрасиап иһә турандарҙың ҡаһарманы, яу башлығы. Ул ираклыларға, зөршти (заратуштра) диненә ҡаршы зат. Атаҡлы ’’Авеста”ға ул Франграсиап исеме менән ингән Фирдәүсиҙең ’’Шаһнамә” дастанында иһә Афрасиап — иранлыларҙың Рөстәм батырына ҡаршы һуғышыусы баһадир. Был Афрасиап батыр, күрәһең, ’’Шаһнамә” дастаны аша башҡорт легендаларына ла килеп кергән. Бына ошо Бозҡорт, Туңа Алп, Афрасиап батырҙар хаҡындағы риүәйәттәрҙе Ә.Вәлиди эҙмә-эҙлекле күҙәтә, шулар ярсыҡтарынан ойошоп китер дастан сындарын таба. ’’Төрк дастанының таснифы” тикшеренеүендә автор ’’Уғыҙ” (йәки ’’Уғыҙнамә”) дастанына ҙур ғына урын бирә. Уның тарихи ерлеген, ауыҙ-тел һәм яҙма сығанаҡтарын, ҡаһармандарын, ырыу-ҡәбилә бәйләнештәрен, жанр тәбиғәтен асыҡлай.

347
Төрки халыҡтарының фольклорында һәм уның тарихында ’’Ҡоруғлы”, ’’Ҡорҡут Ата” йәки ’’Китабы дәдә Ҡорҡуд”, ’’Алпамыша” кеүек дастандарҙың тотҡан урынын, милли үҙенсәлектәрен, һүрәтләнгән замандарын билдәләүгә диҡҡәт ителә. Автор һуңыраҡ дәүер дастандарынан башҡорт халҡының эпик ҡомартҡыларынан һаналған ’’Сыңғыҙнамә” әҫәренең мәҙәни әһәмиәтен билдәләй, уны ’’Уғыҙ хан” дастаны традицияларының яңы замандарҙағы үҙенсәлекле дауамы итеберәк ҡарай. ’’Сыңғыҙҙың яу еңеүҙәре, ҡәбиләләргә тамға, оран, ҡош (тотем) биреүҙәре ’’Уғыҙ хан” дас- танындағы кеүек тәфсилле хикәйәләнә, — ти Ә.Вәлиди. — Йәнә Уғыҙ хандан һуң Сыңғыҙ хан төрки ижтимағи тормошона яңы форма биргән икенсе бөйөк ҡағандыр. Асылы монголса булған ’’Серле тарих” дастаны иһә Сыңғыҙ хандың тормошон тарихи ерлегендә тасуирлай. Был фекерҙәрен артабан үҫтереп, Ә.Вәлиди Туған былай ти: ’’Сыңғыҙҙың нәҫеленән Хужи хан, Йәнбәк хан, Йәнбәк хандың әсәһе Тайдулы, ҡатыны Ҡарасәс ханым, түрәләр күренгән Асан Ҡайғы һәм Ерәнсә сәсән ише хакимдарҙың хикәйәләрен йәнә ’’Ғайса улы Әмәт” дастаны ’’Сыңғыҙ” дастанының урта төркиҙәрҙәге дауын тәшкил итмәктәлер. һуңыраҡ урта төрки дастанының иң шанлы өлөшө Тимур, Туҡтамыш, Иҙегәйҙәргә бәйле булғандарылыр”. Был дастандарҙы ла автор ҡыҫҡаса ғына характерлап

У?а.

Ошо урында шуны иҫкә төшөрөп үтергә кәрәк: Әхмәтзәки Вәлиди хәтирәләрендә яҙыуынса, ауыл ҡарттарынан, Вәли мулла ағаһынан, дуҫтары Ибраһим Ҡасҡынбайҙан Иҙеүкәй, Туҡтамыш хан, Тимур хаҡында дастандар, нуғай батырҙары, Ғайса улы Әмәт, Асан Ҡайғы тураһында ҡобайырҙар, Ерәнсә сәсән көләмәстәрен тыңлап үҫә, уларҙың ҡайһы бер өлөштәрен хәтер дәфтәренә теркәй бара. Аҙаҡ Төркөстан, Кавказ тарафтарына сәйәхәттәрендә ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай йырау һәм аҡындарынан нуғай батырҙары циклынан байтаҡ сюжеттар ишетә. Башҡорттар араһында ул замандарҙа уғыҙ хан хаҡында ла легендалар йөрөгән була. Ә.Вәлиди ҡырғыҙҙарҙың ”Ма- нас” дастанының күңеленә ятҡан бәғзе бер киҫәктәрен ятлап ала. Төркөстан, Башҡортостан тарихына арналған хеҙмәттәрендә шулай телдән ишеткән һәм ҡулъяҙмаларҙа

348
танышҡан дастан сюжеттарын, легендаларҙы теге йәки был тарихи ваҡиғаларҙы яҡтыртҡанда, фольклор, әҙәбиәт торошон тикшергәндә файҙалана. "Төрөк йорто” журналының 1966 йылғы 7-се һанында баҫылған ’’Ҡоруғлы” дастанының бәғзе боронғо риүәйәттәргә бәйлелеге” тигән мәҡәләһе был төрки дастанын төркмән, әзербайжан, үзбәк, таджик халыҡтары араһында таралған версиялары, нәшер ителгән йәки төрлө архив фондтарында һаҡланған ҡулъяҙма легендалар, риүәйәттәр менән сағыштырып тикшереүе, исемдәрҙе, сюжет элементтарын аныҡлауы, текстологик күҙәтеүҙәр үткәреүе менән ҡыҙыҡлы. ’’Уғыҙ дастаны” китабы — Ә.Вәлиди Туғандың иң һуңғы ҙур хеҙмәте, аҡҡош йыры. Был әҫәр өҫтөндә 1965— 1966 йылдарҙан эшләй башлап, 1970 йылдың уртаһына, үлер көндәренә саҡлы шөғөлләнә. Больницала ла, вафатына һанаулы ғына көндәр ҡалғанда, ул үҙенең элекке шәкерте Тунжур Байҡараға ’’Уғыҙ дастаны” китабын тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе бүлеген үлем түшәгендә ятҡан көйө әйтеп яҙҙыра. Шунда һуңғы нөктә ҡуйыла. Тимәк, Әхмәтзәки Вәлиди Туған, үҙен һуңғы сиккә хәтле баһадирҙарса тотоп, эш өҫтөндә тигеләй йән бирә. ’’Уғыҙ дастаны” — төрки халыҡтарының иң боронғо фольклор әҫәрҙәренән береһе. Ул ике версияла шаҡтай тулы көйөнсә боронғо ҡулъяҙмаларҙа һаҡланыуы менән дә ҡиммәтле. Иҫке төрки телендә боронғо архаик уғыҙ тел элементтары теркәлеп ҡалған. Был дастан боронғо төрки тарихын аныҡлау өсөн дә бик күп мәғлүмәттәр бирә; боронғо төрки ҡәүемдәренең, төрки дәүләтенең ғәйәт ҙур географик киңлектәрҙә йәйелеп ятҡанлығын таныта. Уғыҙ хан төрки ҡәбиләләренең иң тәүге легендар ата- бабаһы тип иҫәпләнә. Беренсе төрки дәүләтенең олуғ ҡағаны, донъя йыһангире тип һанала. Уғыҙ дастанында ошо заттың мөғжизәле тыуышы, баһадирҙарса үҫеүе әллә күпме яуҙарҙа шанлы ҡаһарманға, ҡағанға әйләнеүе, уның батыр улдары хаҡында мажаралы хикәйәт ҡылына. Төрлө улдарынан төрлө төрки халҡының тыуып, үрсеп китеүе әйтелә. Уғыҙ хан урҙаһына төп уғыҙ ҡәбиләләренән башҡа ҡыпсаҡ, кәрлек, ҡалаж, ҡаңлы ҡай һ.б. ҡәбиләләр ингән була. Тимәк, башҡорттарҙың ҡыпсаҡ, ҡаңлы ырыу тармаҡтары боронғо Уғыҙ урҙаһы заманынан уҡ килә. Уғыҙ хан был ырыу-ҡәбиләләргә исем, оран, ҡош (тотем), тамға

349
тәғәйенләй. Был ырыу атрибуттары башҡорттар араһында беҙҙең быуатҡа тиклем исемдәре менән һаҡланып килгән. Шуға башҡорт фольклорында Уғыҙ хан исеменә бәйле легенда ҡалдыҡтары һаҡланып килеүе һис осраҡлы түгел. Ә.Вәлиди Туған хәтирәләрендә әйтеүенсә, үткән быуат аҙағында Башҡортостанда булған венгр ғалимы Месарош башҡорттарҙан ’’Уғыҙ дастаны”ның бер вариантын яҙып алған. Хәҙерге көндә ’’Уғыҙ дастаны”ның бер нисә боронғо ҡулъяҙмаһы төрлө илдәрҙең дәүләт архивтарында һаҡланғаны билдәле. Шуларҙың иң ҡиммәтлеләре — XIV быуатҡа ҡараған һәм фарсы тарихсыһы Рәшитетдиндең ’’Жәмиғ әт- тәуарих” китабына нигеҙ ителгән, XV быуатҡа күсерелгән уйғыр һәм XVII быуатта Әбелғази хандың ” Шәжәрәи тәра- кимә” китабына ингән нөсхәләре. Ә.Вәлиди Туған тарафынан ’’Уғыҙ дастаны” китабына алынған тексы Рәшитетдин Фазлуллаһтың XIV быуат ҡомартҡыһы булған ’’Жәмиғ әт-тәуарих” йыйынтығының икенсе киҫәгенә ’’Уғыҙҙарҙың вә тәрктәрҙең тарихы” исеме менән индерелгән фарсыса нөсхәһенән төрөк теленә үҙ тәржемәһенән ғибәрәт. Икенсе бүлеге тексҡа иҫкәрмәләрҙән, өсөнсө бүлеге ’’Уғыҙ дастаны” хаҡында ҡараштарҙан, дастандың яҙылыу датаһы, урыны, шарттары, текста исемләнгән хакимдар, династиялар, шәхестәр һәм ваҡиғалар хаҡында аңлатмаларҙан тора. Дастанды өйрәнеүгә ҡыҫҡаса һөҙөмтә яһала. Китапҡа ҡушып, өс нөсхәнән берәр бит, Ә.Вәлиди Туған тәржемәһе ҡулъяҙмаһынан бер бит, нөсхәнән ике бит, дүрт һүрәттең — миниатюраларҙың фотокүсермәләре бирелә. Әйткәндәй, Ә.Вәлиди Туған аҙаҡ бөтә ғүмере буйы төрлө илдәрҙең, мәҫәлән, Париж, Лондон, Берлин, Санкт-Петербург, Ташкент, Дүшәмбе һ.б. ҡалаларҙың көнсығыш ҡулъяҙмалары архив фондтарында һаҡланған боронғо һүрәттәрҙең, биҙәкле миниатюраларҙың фотокүсермәләрен алдыра йөрөп, шуларҙан ’’төрк иле рәсемдәрҙә” тигән 300- ләп һүрәт-иллюстрацияларынан торған ҙур альбом төҙөй. Унда тупланған уйғыр һәм монгол дәүерҙәре рәсемдәре, төҫлө биҙәкле миниатюралар төрки рәсем сәнғәтенең аҫыл өлгөләрен тәшкил итә. ’’Уғыҙ дастаны” китабында Ә.Вәлиди Туған, ”Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе” китабындағы кеүек үк, боронғо ҡулъяҙмалар менән эш итеүҙә бик ваҡайлап теүәл һәм

350
аныҡ ғилми текстологик эш башҡарыуҙың, мөһим нөсхәләрҙе сағыштырып тикшереүҙең һәм әҫәргә тулы характеристика биреүҙең өлгөһөн күрһәтә. Төркиәтсе ғалим булараҡ Әхмәтзәки Вәлиди Туған төрки тел ғилеме әлкәһендә лә бик күп эштәр башҡара. Ул айырыуса лексикология, этимология, тарихи лингвистика мәсьәләләре менән нығыраҡ шөғөлләнә. Тел ғилеме уның төрки тарихын һәм филологияһын өйрәнеүенең бер состав өлөшө булып тора. Ул бөтә үткерлеге менән төрки әҙәби теле, төрки алфавиты, төрки әҙәби телдәренең үҫеше һәм киләсәге мәсьәләләрен күтәреп сыға. Телде өйрәнеүҙә үҙ концепцияһын, үҙенә хас ғилми-тикшеренеү ысулдарын тота. Бер һүҙ менән әйткәндә, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың төркиәтсе ғалим булараҡ төрки әҙәбиәт һәм тел ғилеменә, сәнғәтенә һәм фольклористикаһына индергән өлөшө шаҡтай ҙур. Улар филологтар тарафынан тәрәнәйтеп махсус өйрәнеүгә лайыҡ.

БӨЙӨК КЕШЕ

Кешеһенә күрә ҡәҙере, хеҙмәтенә күрә хөрмәте, ти халыҡ мәҡәле. Әхмәтзәки Вәлиди Туған хеҙмәттәре менән генә хөрмәтле түгел, ысын кеше булыуы менән дә ололоҡло. Немец ғалимы Герберт Янски: ’’Зәки Вәлиди, ысын- ысындан бөйөк ғалим, шул уҡ ваҡытта бөйөк кеше лә ине”, — ти. Был һүҙҙәрҙе Әхмәтзәки Вәлидиҙең хеҙмәттәрен тәрән өйрәнгән оло ғалим һәм уның менән дуҫ булған, үҙен яҡшы белгән аҫыл зат әйтә. ’’Белем, ғилем уның төп шөғөлөнөң асылына, ғүмеренең айырылмаҫ өлөшөнә әй- ләнде, фәнгә хеҙмәт итеү маңлайына юйылмаҫлыҡ итеп яҙылғайны”, — ти ул. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың бөйөклөгө бөйөк ғалим менән бөйөк кешелек сифаттарының бәрәбәр берлегендә, бергә берләшеүендә. Әхмәтзәки Вәлиди фән кешеһе генә түгел, донъя кешеһе лә. Ул берәм-берәм белем баҫҡыстарын үтеүе, ғилем донъяһында йөҙөүе менән бергә, ауыр һәм ҡатмарлы тормоштоң әсе һабаҡтарын алған, азатлыҡ өсөн көрәштең уртаһында ҡайнаған тарихи шәхес, күренекле дәүләт эшмәкәре. Шул уҡ ваҡытта үҙенең аныҡ ҡараштары, ыша-

351
ныстары, сәйәси һәм фәнни концепциялары булған, шуларға ғүмере буйы тоғролоҡло ҡалған бөйөк аҡыл эйәһе. Әгәр ул ғалим булараҡ фән әлкәһендә бөтә донъяға билдәле төркиәтсе зат шөһрәтен алған икән, кеше булараҡ ул күпме ыҙа-яфаларҙы, ил-йорт ҡайғы-шатлыҡтарын, тарихи тетрәнеүҙәрҙе, фажиғаларҙы йөрәге аша үткәреп, сатнамаҫ йөрәкле, ныҡлы рухлы, ниндәй ауырлыҡтарҙа ла ҡаушап ҡалмаҫ, баш эймәҫ шәхес икәнлеген дә танытты. Әхмәтзәки — крәҫтиән балаһы. Ул иген игешеп, мал- тыуар бағып, йәйләү, урман-тауҙар эсендә ат өҫтөндә йөрөп, солоҡтарын ҡарап, утынын әҙерләп, бесәнен сабып, эш менән сынығып үҫкән. Тәбиғәтте яратҡан. Бер саҡ Вена ипподромында шундай хәл була: ипподром майҙанында йөрөгәндә Әхмәтзәки Вәлиди ҡапыл шаулашҡан тауыштарҙы ишетә. Күтәрелеп ҡараһа, ҡаршыһына бер ярһыған ат сабып килә. һыбайһыҙ йүгәнле ат. Ул ҡаушап ҡалмай, ситкә лә тайшанмай. Өҫтөнә тапарҙай булып менеп килгән аттың йүгәненә йәбешә. Атты йүгәненән шаҡара ҡайырып, өҫтөнә үҙе менеп тә ултыра. Профессорҙың бындай саялығын күргән немец ғалимдары, аптырап, нисек быны шулай эшләй алдың, тип һорғас: ”Мин башҡорт кешеһе бит, ат өҫтөндә үҫкәнмен”, — тип яуап бирә. Әхмәтзәки Вәлиди — башҡорт кешеһе. Башҡортлоҡ уның ҡанына, бөтә рухына һеңгән. Тарихи хәтере уны тыуған халҡына һөйөү рухын тәрбиәләгән, тарихсы итешкән. ’’Һөйкөмлө милләтем өсөн йәнемде бирер инем. Мине йәшәткән нәмә — һөйөү тойғоһо”, — тип яҙа ул хәтирәләрендә. Ул күп кенә хеҙмәттәрендә, телмәрҙәрендә ”беҙ башҡорттар” тип һөйләй. ’’Минең туған башҡорттарымдың мәҙәни кимәле урыҫтарға сағыштырғанда түбәнерәк, әммә дәүләт эштәренә килгәндә, уларҙа дөйөм яуаплылыҡ хисе көслө”, — ти ул. Хатта күпме йылдар эмиграцияла — сит илдәрҙә йәшәгәндә башҡортлоҡ рухын һүрелтмәй, туған телен ташламай. ’’Хәҙер беҙ, сит илдәрҙә йәшәгән башҡорттар, үҙ арабыҙҙа башҡортса яҙышабыҙ”, — ти Абдулла Баттал Таймаҫҡа яҙған хатында. Әхмәтзәки Вәлиди — күп телдәр белгән кеше. Ул урыҫ менән урыҫса, татар менән татарса, үзбәк менән үзбәксә, төрөк менән төрөксә иркен һөйләшкән икән, ул шул уҡ телдәрҙә мәҡәләләрен дә яҙған, рәсми сығыштар ҙа яһаған. Былар бик тәбиғи күренеш. Ул ғәрәп, фарсы, немец, фран

352
Әхмәтзәки Вәлиди Туған — фәндә үҙ хеҙмәттәренең ҙурлығын һәм үҙенең һиммәтен дә аңлаған зат. Татар оппоненттарына ул үҙе былай ти: ’’Хәҙер мин Европаның юғары ғилми даирәләрендә, аллаға шөкөр, ҙур иғтибар ҡаҙанған кешемен. Миңә ҡарата булған был хөрмәт юғары фән мөхитендә киләсәктә тағы артасағына ла шөбһәм юҡ. һәм мин бының өсөн ҡулымдан килгән тиклем эшләйәсәкмен, сөнки бының менән минең генә түгел, милләтемдең дә абруйы артасаҡ, тип иҫәпләйем һәм вазифамдың милләтем хозурында бик яуаплы булыуын да яҡшы аңлайым”. Әхмәтзәки Вәлиди Туған — сәғәт-минуты менән ваҡыттың ҡәҙерен белгән, ғәжәйеп тырыш һәм эшсән, бай фәнни мираҫ ҡалдырған олуғ ғалим. Уның эш режимы тәүлегенә 16—17 сәғәттәргәсә һуҙылған. Әммә ваҡытында ял итә лә белгән, күңел асыуҙарҙан да баш тартмаған, арҡадаштары, коллегалары менән әңгәмәләшергә яратҡан, һикһән йәшенә, ғүмеренең аҙаҡҡы айҙарына тиклем айыҡ аҡыллы эш ҡеүәһен һаҡлай һәм теүәл файҙалана алған. Яҙылып баҫылмай ҡалған том-том хеҙмәттәре үҙҙәре генә лә был хаҡта күп нәмә һөйләй. Әхмәтзәки Вәлиди Туған, туғандары, балалары һөйләүенсә, ихлас күңелле, кешеләргә ярҙамсыл, тыуған яғын, илендә ҡалған туғандарын, туған халҡын, Башҡортостанын өҙөлөп һағыныусан хиссән кеше булған. Ситтә ғүмере буйы ошо тыуған йорт-ерен, туғандарын бер генә булһа ла күрергә интизар булып йәшәгән. Халыҡ шағирыбыҙ Рауил Бикбаев яҙғанса: ’’Зәки Вәлиди тыуған Уралынан алыҫта илдән-илгә күсеп-ҡаңғырып йөрөгән саҡтарында үҙенең ғәзиз төйәген йоҡоһоҙ төндәрҙә өҙөлөп һағынғандыр, һөйөклө Башҡортостанының ҡояшында ҡыҙынырға, ямғырҙарында ҡойонорға, тауҙары, далалары буйлап бер генә ҡабат булһа ла һыбай сабып үтергә, битләүҙәрендә үҫкән ҡурайҙы ҡырҡып алып, бер генә көй булһа ла уйнарға, ҡәҙерле кешеләренең күҙҙәренә исмаһам бер тултырып ҡарарға, йылы ҡулдарын ҡыҫып, бер ауыҙ һүҙ булһа ла әйтергә йөрәккәйе янып, һағыштарынан үҙенә урын таба алмай хыялланғандыр, алҡымынан алған был тойғолар илле йыл буйына иленән айырылып уға нисәмә тапҡырҙар әйләнеп ҡайтҡандыр. Был кисерештәре уны уттарға һалып әйләнгән дә ҡайтҡандыр, әйләнгән дә ҡайтҡандыр. Тик Зәкигә Башҡортостанға әйләнеп ҡайтырға, атай йортоноң ишеген ҡағырға насип булмаған, ғүмерлек хыялдарын

354
тормошҡа ашырырға, тыуған тупраҡ ҡуйынына мәңгелеккә инеп ятырға яҙмаған”. Ял иткән айҙарында, эсе бошҡан саҡтарҙа Ә.Вәлиди һағышланып, Төркиәләге бер нисә яҡташы, бигерәк тә Абдулкадир Инан (Фәлхелҡадир Сөләйманов) менән осрашып, бер аҙ күңел асып, башҡортса йырлашып ултырырға әүәҫ булған. Өйөндә ҡурай тотҡан, уны уйнап, моңайып йыуанған. Бик һағынған саҡтарында Урал тауҙарын хәтерләткән Болу тигән тауҙарға киткән, шунда ғаиләһе менән ял итеп, ҡурай уйнап, тау һуҡмаҡтарында үҙ алдына башҡортса йырлап, күңелен күпмелер баҫып ҡайтыр булған. Бик ауыр ҡайғылы хәбәр алғанда ла тауҙарға китә торғайны, тип хәтерләй Нәзмиә ханым. Бер ваҡыт һуғыштан һуң Германиянан Таһир Алтай исемле әсир башҡорт һалдаты килде, ти Нәзмиә ханым Туған. Ул Зәкиҙең атаһы-әсәһе һәм туғандарының Себергә һөрөлгәнен, уларҙы яфалап, язалап һорау алғандарын һөйләне. Шул йөрәк өҙгөс хәбәрҙән һуң Зәки бейем түгелеп- түгелеп иланы, ҡайғыһынан ҡара янды. Илай-илай ҡайҙалыр хат яҙҙы. Икенсе тапҡыр Германиянан Гамбургта Ғәлимьян Туғандың үлем хәбәрен алғас, ҡаты ҡайғыға бата ул. Тағы тауҙарға китә. Ҡурайын уйнай-уйнай, башҡорт йырҙарын йәш түгеп йырлай-йырлай, ҡайғыларын баҫырға, ҡайғы- хәсрәт, һағыш тулы күңел юшҡындарын йыуырға тырыша. Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың абруйы Европа һәм Азия, Америка шәрҡиәтсе ғалимдары араһында көсәйгән һайын, бәғзе бер төрөк ғалимдары эсендә көнсөлдәре һәм хөсөттәре1 лә табыла тора, уны мөһажир-эмигрант кеше тип ҡыйырһытыуҙар дауам итә. Шулай күңеле йәрәхәтләнгән хәлдәрен хәтерләткәндәй, Ә.Вәлидиҙең магнит таҫмаһына саф башҡортса ярым көй- ләп әйткән ’’Бытбылдыҡ” тигән һамаҡ һүҙе ғаилә архивында һаҡлана: Бүҙәнәмен, өйөм юҡ, Баш һаҡларҙай ерем юҡ, Ҡайҙа барһам — Бытбылдыҡ, бытбылдыҡ. Төйлөгән килһә, теймәһен тип, Япраҡҡа инеп юҡ булдым, Бытбылдыҡ, бытбылдыҡ...

355

12*
Ул яҡта ла бытбылдыҡ, Был яҡта ла бытбылдыҡ, Күккә сыҡһаң — бытбылдыҡ, Ергә ятһаң — бытбылдыҡ, Башымды эйһәм, йәнә шул Бытбылдыҡ, бытбылдыҡ. Бындай юлдарҙан ни тиклем үпкә, әрнеү өндәрен ишетергә мөмкин. Йөрәктәр иңрәп китерлек. Атаһы тураһындағы иҫтәлектәрендә Иҫәнбикә ҡыҙы тыуған илен һағыныуҙарына бәйле рәүештә шулай яҙа: ’’Ҡайғылы, һағышлы саҡтарында атайым Урал тауҙарыма оҡшаш тип Болу тауҙарына китер ине. Шунда беҙҙе лә алып, үҙе яңғыҙ айырылыбырак ҡурай уйнап, башҡорт моңдарын көйләп йөрөй торғайны. Атайымдың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайы менән Башҡортостанда булғанда уға бағышланған ’’Әхмәтзәки Вәлиди Туған” тигән документаль фильм күрһәттеләр. Мин шунда атайым йырлаған йырҙы ишеттем. Режиссер Әмир Абдразаковтан ул йырҙың исемен һораным: ’’Илсе Ғайса” йыры икән. Йүгереп кенә мендем тау башына Гөрләп тә генә килә машина, һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма, Тарих яҙыр инем ташына.” Хатта таштарыңа тарих яҙыр өсөн Урал тауҡайҙарына тартылған шул Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың һағышлы күңеле. ”Бер саҡ әсәйем атайымдан һорай, — ти әлеге иҫтәлегендә Иҫәнбикә ҡыҙы, — ’’Бейем, һин йыш ҡына тыуған илеңде иҫкә алаһың, әгәр әйләнеп ҡайтҡан булһаң, һине дәүләт башлығы итеп ҡуйырҙар инеме?” Быға атайым былай тип яуап бирҙе: ”Юҡ, Нәзмиәкәйем, әгәр мин илемә әйләнеп ҡайтһам, үҙ туған ауылымда йәшәр һәм балалар уҡытыр инем”. Шулай тыуған илен ҡабат күрә алмайынса, 1970 йыл, һикһәненсе йәшендә Әхмәтзәки Вәлиди донъянан үтте. Вафатына егерме йылдан һуң бөйөк шәхесебеҙҙең рухы һәм яҡты исеме аҡланып тыуған иленә, Башҡортостанына, туған халҡына әйләнеп ҡайтты. Тағы бер оло тарихи хәҡиҡәт аяҡҡа баҫтырылды. 1998.

356
Ә.ВӘЛИДИ ТУҒАНДЫҢ ТОРМОШО ҺӘМ ЭШМӘКӘРЛЕГЕ ДАТАЛАРЫ XVI—XX бб. — Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың шәжәрәһе: Әхмәтзәки (1890—1970) — Әхмәтша (1860—1937) — Әхмәтйән (182?) — Вәлит (1780—1850) — Тайып (1750— 1837) — Иштуған (XVII—XVIII б.б. 1-се яртыһы) — Яубаҫар Мәкәләк... Сурак — Көҙән Иштуған — XVII б. восстаниеларының яугиры. Яуҙа шәһит. Вәлит — данлыҡлы мулла, абруйлы аҡһаҡал. Әхмәтша — имам хатип, мөҙәрис. 1890, 10 декабрь — Әхмәтзәки Өфө губернаһы, Стәрлетамаҡ әйәҙе, Петровка волосы Көҙән ауылында мулла ғаиләһендә тыуа. 1898—1902 — Тыуған ауылы мәҙрәсәһендә ибтидаи (башланғыс) синыфтарҙа атаһынан һабаҡ ала. Әсәһе Өммөлхаяттан фарсы теленә өйрәнә. 1902—1908 — Үтәк ауылында бабаһы (әсәһенең ағаһы) Хәбибназар һатлыҡ улы Үтәки хәҙрәттең рөшди, иғдабиә (тулы булмаған урта һәм ярым юғары типтағы) мәҙрәсәһендә уҡый. Хәбибназар Үтәки Шиһабетдин Мәржәни хәҙрәттәренең шәкерте һәм мөғәллиме. 1906—1908 — Атаһы хажға киткән йылдарҙа Көҙәндә мәҙрәсәлә һабаҡ биреп ала, кескәй китапхана ойоштора. 1900—1908 — Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем атаһының хужалығында мал-тыуар ҡарау, йәйләүҙәрҙә көтөү, бесән сабыу, солоҡ эштәре менән шөғөлләнә. Был осорҙа Ә.Вәлидиҙең рухи үҫешендә бөрйәнле дуҫы Ибраһим Ҡаскын- байҙың, Маҡарҙан Ҡарамышевтарҙың, тарихсы Морат Рәмзиҙең роле. 1908, 29 июнь — Тыуған ауылын ташлап ситкә сығып китә. 1908, июль — Ырымбурға туҡтала. ’’Хөсәйениә” мәҙрәсәһе ятаҡханаһында йәшәй. Ризаитдин Фәхретдин менән таныша. 1908, июль—август — Әстрханға сәйәхәте. ’’Иҙел” гәзите мөхәррире Ғәбдрахман менән күрешә. көҙ — Ҡазанда. Ислахсы йәштәр, Ғабдулла Туҡай, Фәтих Әмирхандар менән таныша. Университетҡа инергә имтихан тапшырыр өсөн шәхси дәрестәр ала башлай. йәй — Әстрханға икенсе сәйәхәт. ’’Иҙел” гәзитендә тәүге мәҡәләләре баҫыла башлай.

357
1910 — ’’Ҡасимиә” мәҙрәсәһендә төрки тарихы һәм ғәрәп әҙәбиәте тарихы буйынса мөғәллим булып эшләй. Ошо йылдарҙа Ҡазан университетында профессорҙар Н.Ф.Катановтың, В.А.Богородицкийҙың һ.б. дәрестәренә ирекле тыңлаусы булып йөрөй. — ’’Шура” журналының 10-сы һанында ’’Йырҙарыбыҙ тураһында” тигән мәҡәләһе сыға. 1911 — Тарих дәрестәре нигеҙендә ’’Төрк тарихы” тигән китабын яҙа. — ’’Төрк вә татар тарихы” исемендә ул китаптың беренсе киҫәге Ҡазанда нәшер ителә. — Ҡазан университетының Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ағзаһы итеп һайлана. йәй — Төркөстанда Фирғәнә әлкәһендә ҡульяҙма һәм иҫке баҫма китаптар йыйыу буйынса ғилми командировкала була. — ’’Шура” журналында (№№19—22) ’’Бөрйән башҡорттары араһында” тигән ҙур мәҡәләһе нәшер ителә. Ошо йылды шул уҡ журналда ’’Диуаны Мәхтүмҡолой” исемле биобиблиографик, текстологик эше донъя күрә. йәй — Рәсәй Фәндәр академияһы икенсе тапҡыр Төркөстанға Бохара ханлығына ғилми командировкаға ебәрә. Ике ғилми сәйәхәтендә лә бик ҡиммәтле ҡулъяҙма һәм баҫма әҫәрҙәр йыйып ҡайта. 1914, декабрь — Ҡазанда ’’Лотфи һәм уның диуаны” тигән кескәй китабы нәшер ителә. — Санкт-Петербургта Рәсәй Фәндәр академияһының Археология һәм тарих йәмғиәтендә Төркөстанға ғилми сәйәхәттәре тураһында хисап докладын уҡый. Баш ҡалала шәрҡиәтселәр йыйылыштарында ҡатнаша. Архив фондтарында шөғөлләнә. Урыҫ булмаған мәктәптәр өсөн урыҫ теленән мөғәллимлеккә имтихан тапшыра. 1914—1915 — Өфөлә ’’Ғосмания” мәҙрәсәһендә төрк тарихы һәм әҙәбиәте буйынса дәрестәр бирә. — Петроградта ’’Записки Восточного отделения Русского археологического общества” журналының 22-се томында ’’Восточные рукописи в Ферганской области” тигән хисап мәҡәләһе баҫыла. йыл аҙағы — Рәсәй Дәүләт Думаһының мосолмандар фракцияһына Өфөнән вәкил итеп һайланып, Пет- роградҡа ебәрелә. Ә.Вәлидиҙең шулай баш ҡалала рәсми ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге башлана.

358
1916 — Дәүләт Думаһының мосолмандар фракцияһында эш алып бара. ”1915—1916 йылдың ҡышында Дума тормошон, төрлө фирҡәләрҙең һәм төркөмдәрҙең эшмәкәрлеген яҡындан өйрәндем һәм бәхәстәрен тыңларға йөрөнөм”, — ти ("Хәтирәләр”. Өфө, 156-сы бит). — Думала бик күп дәүләт эшмәкәрҙәре менән таныша. М.Горький ойошторған Рәсәй халыҡтар әҙәбиәте йыйынтыҡтарын әҙерләү эшендә ҡатнаша, фән менән Азия музейы фондтарында һәм Рәсәй география йәмғиәтендә шөғөлләнә. — "Записки Восточного отделения Русского археологического общества” журналының 23-сө томында ”0 собраниях рукописей в Бухарском ханстве” тигән хисап яҙмаһы баҫылып сыға. Ташкентта ’’Некоторые данные по истории Ферганы XVIII столетия” исемле мәҡәләһе нәшер ителә. 1917, февраль — Петроградта башланған Февраль революцияһы ваҡиғаларын үҙ күҙҙәре менән күрә. ’’Аҡшамға ҡәҙәр урамдарҙа полицейскийҙар һәм башҡа чиновниктар менән бәрелештә булған инҡилапсылар араһында йөрөп, инҡилап барышын күҙәттек. Мин был инҡилапты уның төп сығанағы булған мәлендә үҙ күҙем менән күрҙем һәм үҙемде бәхетле итеп тойҙом”, — ти хәтирәләрендә. 1917, март — Рәсәй мосолмандарының дөйөм конгресына әҙерлек эштәрендә ҡатнаша. 1917, апрель — Башҡорттарҙы, ҡаҙаҡ һәм үзбәктәрҙе конгресс эшенә йәлеп итеү өсөн Ырымбурға һәм Ташкентҡа китә. Ырымбурҙа ойоштороу эштәрен башҡара. апрель — Ташкентта Дөйөм Төркөстан башҡарма комитетының әлкә конгресын ойоштора, уның барышына етәкселек итә. Ташкентта эсерҙар фирҡәһенә яҙыла. Ярты йылдан кире сыға. ’’Төркөстан мосолмандары Үҙәк шураһы”на ағза итеп һайлана. Төркөстандан Рәсәй мосолмандарының дөйөм конгресына делегат булып һайлана. Үҙәк шураның органы сифатында ’’Кәңәш” гәзите сығара башлай. Ә.Вәлиди — ойоштороусыларының береһе. 7 май — Мәскәүҙә Рәсәй мосолмандарының дөйөм конгресы асыла. Конгреста Ә.Вәлиди ’’Рәсәй мосолмандарының этник сығыштары һәм уларҙың сәйәси тормошта әһәмиәте” тигән темаға доклад яһай. Бында ул Рәсәй мосолмандарының ижтимағи-сәйәси ҡоролошонда фе-

359
дерализм принцибын яҡлай. "Докладым минең бөгөнгэ ҡәҙәр алып барған көрәшем программаһының нигеҙен тәшкил итә ине”, — ти үҙе. 1917, 18 май — Ә.Вәлиди ҡатнашлығында Ырымбурҙа ’’Башҡорт әлкә шураһы” төҙөлә. 1917, июнь — Ырымбурҙа ’’Башҡорт” тигән гәзиткә нигеҙ һалына. Ә.Вәлидиҙең программа характерындағы баш мәҡәләһе баҫыла. ’’Башҡорт төбәк шуралары хаҡында тәғлимәт” брошюраһы нәшер ителеп таратыла. 1917, июнь — Ташкентта ойоштороу эштәре менән мәшғүл. 1917, 20—25 июль — Ырымбурҙа Беренсе Башҡорт ҡоролтайы үткәрелә. Ә.Вәлиди ”Ер мәсьәләләре” буйынса доклад яһай. август — Өфөлә Икенсе башҡорт ҡоролтайы йыйыла. Ҡоролтайҙа Ә.Вәлиди Өфө, Пермь әлкәләренән Рәсәй Ҡороусылар мәжлесенә кандидат итеп күрһәтелә. сентябрь — Өфөлә Өфө вилайәте мосолмандарының съезы була. Бында Ә.Вәлиди үҙ докладында татар уни- таристарына ҡаты отпор бирә һәм федерализм идеалдарының өҫтөнлөгөн тәьмин итә. октябрь — Ташкентта муниципалитет йыйылыштарында ҡатнаша. 11 ноябрь — Башҡорт үҙәк шураһы исеменән Ә.Вәлиди ҡулы менән яҙылған тарихи ’’Беренсе һанлы фарман” (Приказ №1) иғлан ителә. 16 ноябрь — Башҡорт мөхтәриәте (автономияһы) рәсми рәүештә иғлан ителә һәм Башҡорт хөкүмәте төҙөлә. Хөкүмәт рәйесе итеп Юныс Бикбов һайлана. Ә.Вәлидигә Хәрби һәм эске эштәр назараты тапшырыла. 20 декабрь — 1918, 4 ғинуар — Ырымбурҙа Каруанһарайҙа Өсөнсө башҡорт ҡоролтайы үткәрелә. Унда башҡорт хөкүмәте ағзалары раҫлана. Ә.Вәлиди — Хәрби һәм эске эштәр назараты мөдире. Башҡорт ғәскәри идараһы ойошторола. 3 февраль — Ырымбур большевиктары тарафынан Башҡорт хөкүмәте ағзалары, шул иҫәптән Әхмәтзәки Вәлиди ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. 4 апрель — Ырымбур ҡаҙаҡтарының һәм башҡорт отрядтарының Ырымбурға һөжүме ваҡытында башҡорт хөкүмәте ағзалары һәм Ә.Вәлиди төрмәнән ҡотҡарыла.

360
апрель—май — Өфөлә йыйылған аркадаштары менән Урал тауҙарына китеп, партизан отрядтары ойошторорға ҡарар ҡылалар. Шул яҙғы айҙарҙа тауҙар араһында партизан отрядтары ойоштороу менән шөғөлләнәләр. май — Кустанайҙа ҡаҙаҡтар менән кәңәшмә үткәрә. июнь — Сил әбел ә Башҡорт хөкүмәте яңынан аяҡҡа баҫтырыла. Башҡорт ғәскәрен төҙөүгә мобилизация иғлан ителә. Беренсе полк ойошторола. йәй — Башҡорт ғәскәренең хәрби хәрәкәттәре башдана. Ғәскәр башлығы — Ә.Вәлиди. июль — Башҡорт хөкүмәте Силәбенән Ырымбурға күсә, ’’Башҡорт” гәзите сығарылыуын дауам итә. йәй, көҙ айҙары — Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәте ҡарамағында мөғәллим мәктәптәре, медсестра, телефон, телеграф курстары, хәрби мәктәп, ғәскәри курстар асыла. — Башҡорт ғәскәрҙәре менән бергә күп кенә яуҙарҙа ҡатнаша. 20 февраль — Башҡорт ғәскәрҙәре килешеү буйынса ҡыҙылдар яғына сыға. март — Мәскәүгә бара, В. И. Ленин, И. В. Стал ин менән осраша. 23 март — Советтар менән Договор нигеҙендә башҡорт совет йөмһүриәтен — Башҡорт совет автономиялы республикаһын төҙөү иғлан ителә. яҙ, йәй айҙары — Колчак армияһының Волга буйҙарына һөжүме һөҙөмтәһендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәре Саранскиға күсерелә. июнь — Деникинға ҡаршы һуғышыусы башҡорт ғәскәрҙәре янына Харьков фронтына бара. август—сентябрь — Башҡорт хөкүмәте Саран- скиҙан Стәрлетамаҡҡа ҡайта. Башҡортостанда ойоштороу эштәре башлана. август аҙағы — Әхмәтзәки Вәлиди Ха- жимөхәммәт хажи имам ҡыҙы Нәфисәгә әйләнә. Никах, туйҙар башта ҡыҙ йорто Әбйәлил (хәҙер Асҡар) ауылында, аҙаҡ Стәрлетамаҡта үтә. сентябрь—ноябрь — Башҡорт дивизияһы Петро- градты Юденич армияһы һөжүменән һаҡлауҙа ҡатнаша. Ә.Вәлиди, бер нисә вагон аҙыҡ-түлек тейәп, ғәскәрҙәре янына бара, фронт һыҙыҡтарында була. Петроградтағы атаҡлы ғалимдар В.В.Бартольд, Ю.Крачковский, Б.Я.Владимирцев, Ф.А.Розенберг һ.б. менән осраша, уларға аҙыҡ- түлек менән ярҙам итә.

361
Ҡайтышлай Петроградтан бүләк итеп Стәрлетамаҡҡа бай ғына китапхана, нәшриәт аппараттары, башҡа кәрәк- яраҡтар тейәп ҡайта. 1919—1920 — Мәскәүҙә. Фронтта. Ә.Вәлиди В.И.Ле- нин, И.В.Сталин, Л.И.Троцкий, М.В.Фрунзе һ.б. совет хөкүмәте, коммунистар партияһы етәкселәре, күренекле хәрби башлыҡтар менән йыш осраша. 1920, апрель—май — Сталин Вәлидиҙе Мәскәүгә саҡыртып ала һәм Үҙәк мосолман комитетында эшләргә тәҡдим итә. Был иһә уны Башҡортостан хөкүмәтендә эшләүе- нән, ғөмүмән, тыуған республикаһынан, туған халҡынан айырыу, изоляциялау ниәте ине. 19 май — Үҙәк совет хөкүмәтенең ’’Автономиялы совет башҡорт республикаһының дәүләт ҡоролошо” исемендәге ҡарары менән автономияның хоҡуҡтары сикләнә. Быға протест йөҙөнән һәм үҙен ҡорбан ителеү ҡурҡынысынан Ә.Вәлиди Мәскәүҙән ҡасып китергә ҡарар ҡыла. июнь — Лениндың тәҡдиме менән Сталин янына Украина фронтына ебәрелә, ләкин ауырып китеү сәбәпле оҙаҡламай Мәскәүгә кире әйләнеп ҡайтырға мәжбур була. 29 июнь — сир һылтауы менән Волга буйында ял итергә рөхсәт ала һәм 29 июндә Мәскәүҙән, асылда, ҡасып сығып китә. июль—август — Әстрхан — Баҡы — Ашхабад маршруты менән Төркөстанға сыға. 1—5 сентябрь — Баҡыла үткән Шәреҡ милләттәре съезы эшендә йәшерен рәүештә ҡатнаша, фекерҙәш дуҫтары менән осраша. 12 сентябрь — коммунистар партияһының Үҙәк комитетына, Үҙәк комитеттың секретарҙары һәм Политбюро ағзалары Крестинский менән Преображенский исемдәренә, Рәсәй коммунистар партияһының милли мәсьәлә- ләрҙәге ике йөҙлө сәйәсәтен фашлап, асыҡ хаттар яҙа. көҙ айҙары — бер нисә юлдашы менән Баҡы — Петровский — Гурьев — Көнбайыш Ҡаҙағстан — Устйорт сүллектәре аша Ҡуңғрат ҡалаһына, Чимбайға киләләр. Үр- гәнеч ҡалаһында булып, Харәзмгә етәләр. Хиуала ҡатыны Нәфисә менән табыша, Төркөстанда Башҡортостандан килгән арҡадаштары менән осраша. Тапма ауырыуынан бер йәшлек улдары Ырыҫ вафат була. декабрь — Бохарала яҡташ арҡадаштары тупланып, үзбәк, төркмән, милли хәрәкәт лидерҙары менән ос

362
рашып, Төркөстанда азатлыҡ өсөн көрәште ҡыҙыулатып ебәрәләр. йыл башы — "Ирек” партияһының программаһын әҙерләү эше менән шөғөлләнә. йылдың тәүге яртыһы — ’’Төркөстан Милли Берлеге” ойошмаһын төҙөү эштәрен башҡара. 2—5 август — Бохарала ’’Төркөстан Милли Берлеге” нең беренсе съезы үтә. Йәмғиәттең рәйесе итеп Әхмәтзәки Вәлиди һайлана. Йәмғиәтте ’’Урта Азия Милли Мосолман Федерацияһы” тип тә атайҙар. август — Ә.Вәлиди ғаиләһе һәм арҡадаштары менән Сәмәрҡәндкә күсә. 5—7 сентябрь — Сәмәрҡәндтә Төркөстан Милли Берлегенең нәүбәттәге съезы йыйыла. Съезд Йәмғиәттең уставын һәм Төркөстан байрағын ҡабул итә. йәйге, көҙгө айҙар — Башҡортостанда ҡаты аслыҡ хөкөм һөргәнлектән, Ә.Вәлиди Бохара хөкүмәте ярҙамында тыуған иленә бер нисә вагон аҙыҡ-түлек ойоштороп ебәрә. Уны Башҡортостан вәкилдәре килеп ала. йыл аҙағы — Төркөстан баҫмасылар хәрәкәтенә Әнүәр Паша килеп ҡушыла. Ә.Вәлиди Әнүәр Паша менән бер нисә тапҡыр осраша. — Ә.Вәлиди менән Фәтхелҡадир Сөләймән баҫмасылар араһында. Улар бер нисә ҡаты яуҙа ҡорал тотоп ҡатнашалар. Байтаҡ арҡадаштары яуҙарҙа һәләк була. тәүге яртыһы — Баҫмасыларҙың төп усаҡтары ҡыйратылғас, Төркөстан милли хәрәкәте лидерҙары, шул иҫәптән Ә.Вәлиди йәшерен көрәшкә күсәләр. сентябрь — Ташкентта йәшерен рәүештә йәшәгәндә ҡатыны Нәфисә Төркөстан ҡалаһынан ире янына килә. Шунан тағы бергәләр. 18 сентябрь — Ташкентта Төркөстан Милли Берлегенең етенсе йәшерен съезы уҙа. Йәшерен көрәш тактикаһы хаҡында ҡарарҙар ҡабул ителә. ’’Съезд мине, Төркөстанда ҡалмай, Иран, Афғанстан, һиндостан юлы менән Европаға сығып, Төркөстан Милли Берлеген сит илдә ҡорорға вазифаланы”, — ти Ә.Вәлиди ("Хәтирәләр”, 471-се бит). 22 октябрь — Ташкенттан ныҡлы һаҡлыҡ менән Төркмәнстанға юллана. ’’Иранға сығып китерҙән алда бер нисә ай Төркөстан Милли Берлегенең төрлө урындағы бүлектәренең эштәре менән шөғөлләнеүҙе кәрәкле таптылар” (’’Хәтирәләр”, 473-сө бит).

363
октябрь аҙағы — Сэмәрҡэндтэ дүрт көн була. Төркөстан тарихы, милли азатлыҡ хәрәкәте тураһында документтар, материалдар туплай башлай. 1922 йыл аҙағы — 1923 йыл башы — Төркмәнстандың Мерв һәм Ашхабад ҡалаларында ярым йәшерен рәүештә дүрт ай йәшәй. Бында уның янына Нәфисәһе, Фәтхел- ҡадир Сөләймән килә. Бергә сит илгә сығырға тейештәр. Ә.Вәлиди ойоштороу эштәре һәм ғилми эштәр менән мәшғүл. ”Был ваҡыт Мәхмүт Ҡашғари әҫәре менән мәшғүл булдым һәм Төркөстандың һуңғы осорҙағы тарихын яҙа башланым” ("Хәтирәләр”, 480-се бит). 20 февраль — Сит илдәргә сығып китеренән алда В.И.Ленин исеменә атаҡлы хатын яҙа. "Ленинға яҙылған хатты элекке адъютантым, ВЦИК ағзаһы Ғәбдерәшит Бикбау үҙ ҡулы менән (адресатына) тапшырған ("Хәтирәләр”, 489-сы бит). 1923, февраль — Шул уҡ Ашхабад ҡалаһында ’’Башҡорт халҡына хушлашыу” тип исем алған хатын яҙа. ”Ике көндән Иранға сығыр булғас, бер-ике башҡорт зыялыларына биреп ебәреләсәк хатты яҙҙым. Шаһвәлиҙең итек ҡуңысына тегелгән был хаттың илгә барып етеүен, байтаҡ кешеләр тарафынан уҡылып, "мәшһүр хат” исемен алыуын 1943 йылда немецтарға әсир төшкән яҡташтарымдан белеп ҡыуандым” ("Хәтирәләр”, 489-сы бит). 1923, 21 февраль — Көрәштәше Фәтхелҡадир Сөләймән менән бер төркмән оҙатыусыһы ярҙамында Аш- хабадтан сит илгә үтергә Ирандың Мәшһәд ҡалаһына ҡарай юлға сығалар. Нәфисә ауырлы булыу сәбәпле ваҡытлыса мәмләкәттә ҡалып тора. 1923, 28 февраль — Ирандың Мөхәммәтабад ҡалаһын- далар. 1923, 12 март — Мәшһәд ҡалаһына килеп урынлашалар. СССР консуллығында яҡташтары дипломат Кәрим Хәкимов менән күрешәләр. 19 март — Риза хан исеменә, үҙҙәренең кемлеген һәм ниндәй маҡсаттар менән Иранға килгәнлектәрен белдереп, шул уҡ ваҡытта Мәшһәд калаһындағы Риза китапханаһы фондында эшләргә рөхсәт һорап, хаттар яҙа. 13 март—20 апрель — Мәшһәд ҡалаһы китапханаһының ҡулъяҙмалар бүлегендә шөғөлләнә. Ҙур ғилми асыш булараҡ ике әһәмиәтле табышҡа юлыға: береһе — IX һәм X быуаттың беренсе яртыһында йәшәгән мәшһүр ғәрәп географы Ибн әл-Фәҡиһтың ҡулъяҙма әҫәре, икенсеһе — Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһенең нөсхәһе.

364
1923, 24—26 апрелендә, Афғанстан сиген үтеп, Һерат ҡалаһына килеп урынлашалар. 1923, май — һераттың атаҡлы урындары, тарихи ҡомартҡылары менән танышалар. Ә.Вәлиди был ҡалала һаҡланған ҡулъяҙма китаптарҙы ла өйрәнә. Харәзм һөйләшендә яҙылған боронғо бер әҫәрҙе табып ала. 1923, 18 июнь — Ҡабул калаһындалар. 1923, 26—28 июнь — Ҡабулда Төркөстан Милли Берлеге ағзаларынан сит илдәргә сыҡҡандары йыйылышып кәңәшмә үткәрәләр. Артабанғы эштәре тураһында ҡарарҙар ҡабул итәләр. 1923, июль—сентябрь — Афғанстан дәүләт даирәләре менән тығыҙ бәйләнешкә инә. Аманулла хандың үтенесе буйынса Афғанстанда мәғариф һәм ғилми тәшкиләт мәсьәләләренә бәйләнешле тәҡдимдәре хаҡында рапорт яҙа, Ҡабул университетын ойоштороу проектын төҙөй. Фондтарҙа ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнеүен дауам итә. 1923, 25 сентябрь—1 ноябрь — Һиндостандалар. Һин- достан мәҙәниәтенә һәм әҙәбиәтенә иғтибар. 1923, 1 ноябрь — Ф.Сөләймән менән Бомбей портынан океан пароходында Төркиәгә ҡарай юл тоталар. 1—27 ноябрь — 27 көн буйы һинд океаны, Шан (Ҡыҙыл) диңгеҙ, Урта Ер диңгеҙе аша йөҙөп, Төркиәнең Измир, Истанбул порттарына етәләр. Ләкин виза бирмәү арҡаһында мөһажир-сәфәрселәребеҙ Төркиәлә ҡала алмайҙар. 20 декабрь — Яңынан пароходҡа ултырып, Из- мирҙан Франңияға, Марсель ҡалаһына киләләр. Шулай, Көнбайыш Европала — Франция, Германия, Венгрия илдәрендә 18 айға һуҙылған сәфәрҙәре башлана. 22 декабрь—1924, февраль — Парижға килеп урынлашалар. Төркөстанлы арҡадаштары менән күрешәләр. Ә.Вәлиди шәрҡиәтсе француз ғалимдары Поль Пеллио, Габриель Феррад, Е.Блоше һ.б. менән таныша, Азия йәмғиәте йыйылыштарында фәнни темаға сығыштар яһай. февралдең икенсе яртыһынан — Берлиндалар. Ә.Вәлиди Э.Захау, Т.Нелдеке, А.Мордман, Ф.Мюллер, Фон Лекок, Й.Марквард кеүек ғалимдар менән аралаша, прусс Дәүләт китапханаһының Шәреҡ бүлегендә эшләй. 23 ноябрь — Берлинда Төркөстан Милли Берлегенең йыйылышы үткәрелә.

365
1924 — Германияла Ә.Вәлидигә тыуған иленән ата- әсәләре, ҡатыны Нәфисә менән хаттар алышырға мөмкинлек тыуа. — Финляндия төркиҙәре менән бәйләнеш урынлаштыралар. 25 декабрь — Урыҫ эмигрант социалистарының Берлиндағы конгресында Ә.Вәлиди ’’Большевизм аҫтында социализмға” тигән темаға телмәр тота. 1924 — Төркөстандың хәҙерге сәйәси тормошо буйынса хеҙмәте өҫтөндә эшләй. — Парижда француз, Анкарала төрөк, Ленин- градта урыҫ телдәрендә Мәшһәдтә тапҡан ҡулъяҙмалары хаҡындағы мәҡәләләре баҫылып сыға. 9 май — Берлинда Төркөстан Милли Берлегенең икенсе йыйылышы була. 1925, 12 май — Төркиәнең саҡырыуы буйынса, Фәт- хелҡадир Сөләймән менән Истанбулға ҡарай поезда юлға сығалар. 1925, 12 май — Прагала туҡталып, Рәсәйҙә граждандар һуғышы йылдарында бергә көрәшкән чех яугирҙары менән күрешәләр. 1925, 14 май — Будапештта. Арҡаҙаштары Ғәлимйән Таған менән осрашалар. ’’Туран” йәмғиәтендә Ә.Вәлиди фәнни темаға нотоҡ һөйләй. 1925, 19 май — Румынияның Констанца ҡалаһында Румын нуғайҙары менән танышалар, нуғай дастандарын тыңлайҙар. 1925, 20 май — пароход менән Истанбулға киләләр. 1925, 1 июнь — Анкарала Мәғариф министрлығында авторлыҡ һәм тәржемәләр комитетында эшләй башлай. 1925, 3 июнь — Ә.Вәлидигә Төркиә гражданы исеме бирелә. 6 июнь — Төркиә академияһы, Төрөк тарих институты, төрөк тел институты төҙөү буйынса уставтар тәҡдим итә. 31 июль — Төркиә республикаһының президенты Мостафа Кемал Ататөрөк менән осраша. Байтаҡ йылдар президенттың яҡын кәңәшсеһе булып иҫәпләнә. яҙ — Академик В.В.Бартольд Истанбул университетында Төркөстан тарихы буйынса лекциялар уҡый. Ә.Вәлиди остаҙының лекцияларын төрөк теленә әйләнде- реп аңлата бара.

366
— Истанбулдың Саматье тигән өлөшөндә арендаға йорт ала. ғинуар — йыл башынан Истанбул университетының әҙәбиәт факультетында тарих буйынса дәрестәр бирә башлай. Профессор исеме бирелә. — Ә.Вәлиди тарафынан ”Яңы Төркөстан” исемендәге журнал ойошторола. Унда Төркөстан тарихына һәм хәҙерге хәленә арналған күп мәҡәләләре баҫыла. — ’’Төркиәт мәжмуғаси” томлығында ’’Харезмда яҙылған боронғо төрки әҫәрҙәр” тигән хеҙмәте нәшер ителә. 1932 — Төркөстанды һәм Әзербайжанды өйрәнеү йәмғиәттәре эшендә әүҙем ҡатнаша. 1932, 2 июль — Анкарала Төрөк тарих конгресы асыла. Ә.Вәлиди конгреста Төркиә президентының доктринаһына ҡарата тәнҡит ҡарашы менән сығыш яһай. Уның төрөк оппоненттары, бигерәк тә татар эмигрант ғалимы Садри Маҡсуди, уға ҡаршы ябырылалар. 1932, 8 июль — Истанбул университетынан китеүе тураһында ғариза бирә. ’’Ататөрөк Паша доктринаһын ҡабул итә алмауым сәбәпле отставкаға сыҡтым һәм илде ташлап киттем”, — тип яҙа үҙе автобиографияһында. 1932, 18 июль — ’’Йөмһүриәт” гәзите ’’Зәки Вәлиди бей инанынстары: университет профессоры Милли тарихи конгреста ниҙәр һөйләне?” — тигән мәҡәлә баҫтыра. 1932—1935 — Вена университеты аспирантураһында уҡыу йылдары. — ’’Ҡомға күмелгән ун ете ҡала һәм Садри Маҡсуди бей” тигән китабын Истанбулда нәшер итә. Ул Садри Маҡсудиҙың татар гегемонизмы идеяларын һәм тарихҡа хата ҡараштарын фашлаған хеҙмәт. 1935, июнь — Вена университеты ғилми советында докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1935, июнь — Германияның Бонн университетына Урта Азия һәм ислам тарихы буйынса уҡытырға саҡыралар. 1935, 19 сентябрь — Бонн университетында уға профессор исеме бирелә. — Төркиә республикаһының яңы законы нигеҙендә Ә.Вәлиди үҙенә тахаллус-псевдоним итеп Туған исемен ала (Туған Иштуған ата-бабаһы исеменән алына). 1935—1937 — Бонн университеты профессоры сифатында лекциялар уҡый.

367
1938—1939 — Геттинген университетында профессор булып эшлэй, төрки һәм ислам тарихынан дәрестәр бирә. 1935—1939 — Германия, Франция һәм Англия шәрҡиәт ғилми йәмғиәттәренең арҙаҡлы ағзаһы булып һайлана һәм был йәмғиәттәрҙең журналдарында немец, француз һәм инглиз телдәрендә шәрҡиәт һәм төркиәт ғилеменә арналған мәҡәләләрен баҫтыра. — Лейпцигта немец телендә ”Ибн Фадландың сәйәхәтнамәһе” китабы нәшер ителә. сентябрь — Төркиә хөкүмәтенең саҡырыуы буйынса, Төркиәгә ҡайта һәм Истанбул университетында профессор булып элекке вазифаларын дауам итә. — һиндостанда Деһли ҡалаһында ’’Бируниҙың донъя тарихы” тигән китабы инглиз телендә сыға. 1940 — Египетта Ҡаһирә ҡалаһында ’’Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” китабын ғәрәп шрифтында төрөксә әҙерләү эштәрендә ҡатнаша. 2 апрель — Истанбул университеты аспирантураһында уҡыған нуғай ҡыҙы Нәзмиә ханыма әйләнә. Уларҙың хәҙер Иҫәнбикә исемле ҡыҙы (1940 йылғы), Сүбедәй исемле улы (1942 йылғы) бар. Икеһе лә фән докторҙары, профессорҙар. 1941—1948 — ’’Ислам энциклопедияһы” томдарында Ә.Вәлиди Туғандың төрки һәм ислам тарихы, мәҙәниәте хаҡында бик күп мәҡәләләре урын ала. 1944 — Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немецтарға әсир төшкән яҡташтарын күреп һөйләшеү өсөн ике тапҡыр Германияға бара. 1944, май — Истанбулда һәм Анкарала хөкүмәт сәйәсәтенә ҡаршы студенттарҙың демонстрациялары булып үтә. Шул уңай бер төркөм профессорҙар, яҙыусылар, улар иҫәбендә Ә.Вәлиди Туған, ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. 1944, май—1945, октябрь — 15 айға яҡын төрмәлә ултырып, сәйәси ғәйеплелеге раҫланмай аҡланып сығарыла. Төрмәлә ултырғанда ’’Төрк тарихына инеш” китабы өҫтөндә эшләргә форсат таба. Ул китап 1946 йыл нәшер ителә. 1948 — Төрмәлә ултырған айҙарында ғаиләһе ҙур мохтажлыҡ кисерә, һәм, үҙе аҡланып сыҡҡас та эшкә ҡабул ителмәйенсә, байтаҡ ауырлыҡтар, эҙәрләүҙәр күрергә тура килә. — Истанбулда ’’Бөгөнгө Төрки иле (Төркөстан) һәм яҡын тарихы” китабының беренсе киҫәге донъя күрә.

368
1948, 27 июль — Элекке эшенэ — Истанбул университетында профессорлык вазифаһына кире ҡайтарыла. 1948—1970 — Ә.Вәлиди Туғандың ғилми эшмәкәрлегенең иң емешле йылдары. Төркиәлә, сит илдәрҙә сыҡҡан журналдарҙа төрки халыҡтары тарихы һәм мәҙәниәте, ислам хаҡында һәр йыл һайын тиҫтәләп ғилми хеҙмәттәрен баҫтыра. Ғүмеренең аҙағына тиклем Истанбул университетында дәрестәр алып бара. 1951 — ’’Мөкаддимәт әл-әдәп”тең харезмса тәржемәһе” тигән мәжмүғәһе нәшер ителә. 1954 — Англияла була, Манчестер университетының арҙаҡлы профессоры итеп һайланыу уңайы менән телмәр тота. — Америка Ҡушма Штаттарында лекциялар уҡый, архив фондтарында шөғөлләнә. — Иранға, Пакистанға сәйәхәт ҡыла. Сит илдәрҙә, конгрестарҙа булған саҡтарында Жәүәһарлал Неру, Пәһлә- үи кеүек күренекле дәүләт башлыҡтары менән дә осраша. 1961 — Төркиәлә юғары уҡыу йорттарында уҡытыу һәм Фәндәр академияһы булдырыу мәсьәләләре хаҡындағы хатын иғлан итә ("Төрк йорто”, 1961). 1963 — Германияла немец телендә ’’Урта Азия төрки әҙәбиәте” тигән ҙур мәҡәләһе донъя күрә. — Төрки шәрҡиәт йәмғиәте уставын төҙөп баҫтыра. — һиндостанда Деһли ҡалаһында уҙған шәрҡиәт- селәрҙең XXVI халыҡ-ара конгресында Ә.Вәлиди Туған туғыҙ томлык ’’Төрки культураһы буйынса белешмә” хеҙмәтен әҙерләү мәсьәләһен ҡуя. Конгресс был капиталь хеҙмәттең редколлегия рәйесе һәм томлыҡ редакторҙарының береһе итеп Ә.Вәлиди Туғанды тәғәйенләй. Томдарҙы нәшер итеү эше уның вафатынан һуң да дауам итә. 1968—1970 — ’’Уғыҙ дастаны” китабы өҫтөндә эшләй. 1969 — Истанбулда ’’Хәтирәләр” китабы нәшер ителә. 1970, 26 июль — 80 йәше менән барғанда вафат була һәм 28 июлдә Ҡараса Әхмәт зыяратына ерләнә. ’’Көҙәнле башҡорто профессор Зәки Вәлиди Туған” тип яҙылған мәрмәр таш ҡуйыла.

369
ҠЫҪҠАСА БИБЛИОГРАФИЯ Ә.Вәлиди Туғандың төп китаптары Башҡорт телендә Башҡорттарҙың тарихы. Төрк һәм татар тарихы. Ә.Юлдашбаев, Ә.Вильданов тәржемәләре. — Өфө, 1994. Хәтирәләр. Әмир Юлдашбаев тәржемәһе. — Өфө, 1996. Күрәҙәлек итә тимәгеҙ... (Хаттар, мөрәжәғәттәр, сығыштар). — Өфө, 1998. Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе. Немецсанан М.Исмәғилев тәржемәһе. “Ватандаш”, 1997, №№5—12; 1998, №1. Төрки тарихына инеш. “Ватандаш”, 1999, №№1—12. Урыҫ телендә Хәтирәләр (Воспоминания). Ғ.Шафиҡов, Ә.Юлдашбаев тәржемәләре. — Өфө. 1-се киҫәк, 1994; 2-се киҫәк, 1998. Хәтирәләр (Воспоминания). — Москва, 1997. Күрәҙәлек итә тимәгеҙ... (Не сочтите за пророчество...). — Өфө, 1998. Төрөк телендә Бөгөнгө Төркөстан һәм уның үткәне. — Ҡаһирә, 40; 2-се баҫмаһы, Истанбул, 1947. Дөйөм төрк тарихына инеш. — Истанбул, 1946. Тарихта ысул. — Истанбул, 1950. Хәтирәләр. — Истанбул, 1969. Уғыҙ дастаны. — Истанбул, 1972.

370
Ә. Вәлиди Туған тураһында китаптар урыҫ телендә Ә.Юлдашбаев. Әхмәтзәки Вәлиди Туған // “Судьба и наследие башкирских ученых-эмигрантов”. — Өфө, 1995, 4—108-се биттәр. 1917—1920 йылдарҙа башҡорт милли хәрәкәте һәм Ә.Вәлиди. — Өфө, 1997. Тунжер Байҡара. Зәки Вәлиди Туған. Төрөксәнән Р.Булгаков, Ә.Юлдашбаев тәржемәһендә. — Өфө, 1998.
ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Инеш — 3-сө бит Әхмәтзәки Вәлиди Туған кем? Ул үҙенсә бер феномен. Сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре һәм күп яҡлы ғилем эйәһе. Был тарихи-биографик китаптың төп маҡсаты.... Беренсе бүлек. Тыуған төйәк. Уҡыу йылдары. Тыуған ауылы. Нәҫел-нәсәптәре. Ғаиләһе — 5-се бит Көҙән ауылының тарих башы, ырыуҙары. Әхмәтзәки Вәлидиҙең шәжәрәһе. Ата-бабаларынан Иштуған һәм Вәлит. Атаһы Әхмәтша хәҙрәт. Ул йәшәгән даирә һәм аралашҡан ғалим-ғөләмәләр. Әхмәтзәкигә башланғыс мәҙрәсә һабағын алыуҙа, ғәрәп телен өйрәнеүҙә атаһының роле. Рухи үҫешендә әсәһенең тотҡан урыны. Үтәк мәҙрәсәһендә Стәрле төбәгенең мәғрифәтле һәм уҡымышлы аҡыл эйәләре. Үтәк мәҙрәсәһе һәм уның мөҙәрисе Хәбибназар Үтәки хәҙрәт. Үтәк мәҙрәсәһе — Ә.Вәлидиҙең белем алыу юлында мөһим бер этап. Бабаһы Хәбиб- назарҙың уға ҙур ыңғай йоғонтоһо. Көҙән мәҙрәсәһендә Әхмәтзәкиҙең бер аҙ хәлфәлек итеп алғаны. Уға Муллағол диуана кеүек сәсәндәрҙең рухи тәьҫире. Ә.Вәлиди — йәйләүҙәр ҡосағында. Ҡиәмәтлек дуҫы Ибраһим Ҡасҡынбай. Тыуған мөхит ’’һуңынан үҙгәреүгә һис бер мохтаж булмаған әхлаҡи тәрбиә һәм сәйәси идеал бирҙе” (Ә.Вәлиди). Белем юлында. Ҡазанда — 25-се бит Ҡаҙанға илткән юл. 1908 йылда ауылдан сығып китеү. Ырымбур. Әстрхан. Кәмәлек буйы. Ҡазан университетына экстерн рәүештә имтихан бирергә әҙерлек. Ғ.Туҡай менән танышыу, ислахсылар менән яҡынлашыу. Матбуғатта яҙы

372
ша башлауы. ’’Ҡасимиә” мәҙрәсәһендә мөғәллимлек иткәне. Ҡазан университеты ғалимдары менән аралашыуы... Тәүге осор ғилми эшмәкәрлеге — 35-се бит 1908—1916 йылдарҙағы публицистик һәм ғилми эшмәкәрлеге. Матбуғатта киң ҡатнашлығы. Мәғариф, мәҙәниәт, тарих, әҙәбиәт хаҡындағы хеҙмәттәре. Башҡорт тарихы, этнографияһы хаҡындағы хеҙмәттәре. ’’Бөрйән башҡорттары араһында” очергы... ’’Төрк һәм татар тарихы” (1912) китабы. Уның яҙылыу тарихы. Китаптың төҙөлөшө. Боронғо замандарҙан XVI быуаттың уртаһына тиклемге төрки тарихтың беренсе киҫәге. Беренсе киҫәктең йөкмәткеһе, тарихи осорҙары. ’’Боронғо заманда төрк халыҡтары”, ’’Исламиәт һәм тәрктәр”, ’’Сыңғыҙхан. Бөйөк хөкүмәте”, ”Дәшт Ҡыпсаҡ йәки Алтын Урҙа мәмләкәте”, ’’Татарҙарҙан һуң болғарҙар. Ҡазан ханлығы” бүлексәләрендә тарихтың нисек сағылышы. Китаптың төп сығанаҡтары. Хеҙмәттең уңыш каҙаныуы. Тарих китабының икенсе киҫәге буйынса эшләүе. Төркөстанға ғилми сәйәхәт — 64-се бит Ә.Вәлидиҙең дөйөм төрки тарихы һәм мәҙәниәте, ҡулъяҙма китаптар һәм боронғо сығанаҡтар менән ныҡлы кы- ҙыкһыныуы. йылдың көҙөндә Төркөстанға Фирғәнә вилайәтенә ғилми сәйәхәте. Ҡулъяҙма китаптар йыйыу һәм өйрәнеү сәфәренең уңышы. Ташкентта, Ҡазанда һәм Петербургта ғилми командировкаһы тураһында хисап докладтары. Рәсәй фәндәр академияһы журналында ’’Восточные рукописи в Ферганской области” тигән мәҡәләһе. йылда Бохара, Сәмәрҡәнд ҡалаларына һәм вилайәтенә ғилми сәйәхәте. Уның табыштарға байлығы. Былар Ә.Вәлидиҙең Төркөстан менән танышыуының һәм ундағы эшмәкәрлегенең уңышлы башы. Рәсәйҙең атаҡлы ғалимдары В.В.Бартольд, В.Радлов кеүек академиктар менән дуҫлығы. Ә.Вәлидиҙең археография һәм палеография ғилемдәре өлкәһендәге эшмәкәрлегенең әһәмиәте.... ’’Лотфи һәм уның диуаны” тигән китабы.

373
Ике уртала — 76-сы бит Ә.Вәлидиҙең рухи донъяһында ауыл һәм ҡала мөхитенең тотҡан урыны. Тәбиғәт һәм цивилизацияға, фән һәм дингә мөнәсәбәте. Ә.Вәлидиҙең дини ҡараштары. Атаһы, бабаһы менән был мәсьәләлә фекер айырымлыҡтары, уртаҡ яҡтары. Ә.Вәлидиҙең Өфөлә ’’Ғосмания” мәҙрәсәһендәге мөғәллимлеге... Икенсе бүлек. Сәйәси көрәш майҙанында. Ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлегенең башланыуы — 81-се бит Ә.Вәлидиҙең ижтимағи-сәйәси, социаль, милли ҡараштарының асыҡлана барыу ерлеге, уның үҙ үҙенсәлектәре. Ә.Вәлидиҙең Петроградта Рәсәй Дәүләт Думаһының мосолман фракцияһында Өфө вәкиле булып эшләй башлауы. Баш ҡаланың ижтимағи-сәйәси һәм фәнни даирәһе менән яҡынданыраҡ танышыуы. М.Горький менән хеҙмәттәшлеге. Февраль революцияһы ваҡиғаларын үҙ күҙе менән күҙәткәне. Ә.Вәлиди — ерле мөхтәриәт федерацияһы тарафдары. Рәсәй мосолмандары конгресын әҙерләү эшендә ҡатнашлығы. Ырымбурҙа, Ташкентта булыуы. Эсерҙар партияһына яҙылыуы. Ташкент конгресында. 1917 йылдың майында Мәскәүҙә Рәсәй мосолмандары конгресында Төркөстандан делегат булып ҡатнашыуы. Конгреста ’’Рәсәй мосолмандарының этник сығыштары һәм уларҙың сәйәси тормошта әһәмиәте” тигән темаға доклад менән сығышы. Унитарис- тар менән федералистар араһындағы көрәштең ҡыҙыуы. Ырымбурҙа Башҡорт әлкә шураһын төҙөү. ’’Башҡорт” гәзитен ойоштороуҙары. Ә.Вәлидиҙең Төркөстанда ла мөхтәриәт хәрәкәтен йәйеп ебәреше. Ырымбурҙа Беренсе Башҡорт ҡоролтайы. Ә.Вәлиди — Башҡорт үҙәк шураһының Өфөлә үткән Икенсе башҡорт ҡоролтайының уртаһында. Ә.Вәлиди — башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе. Башҡортостандағы, Төркөстандағы, Ҡа- ҙағстандағы милли хәрәкәттәрҙә туранан-тура ҡатнашыуы һәм ул хәрәкәттәрҙе бер үҙәккәрәк тупларға тырышыуы. Башҡорт милли хәрәкәтенең лидерҙары һәм Ә.Вәлидиҙең аркадаштары: Ш.Манатов, Ю.Бикбов, С.Мираҫов, Х.Йомағолов, Х.Ғәбитов, Ш.Бабич. Өсөнсө Бөтә Башҡортостан ҡоролтайы. Башҡортостан мөхтәриәтен (автономияһын) иғлан итеү, хөкүмәт төҙөү.

374
Башҡорт хөкүмәте ағзаларының, шул иҫәптән Ә.Вәлидиҙең, 1918 йылдың февралендә Ырымбурҙа ҡулға алы- ныуы һәм төрмәгә ябылыуы. Апрель айында төрмәнән коткарылыуы һәм Ә.Вәлиди менән арҡаҙаштарының ғәскәр төҙөү эшен башлауы. Силәбелә июндә Башҡорт хөкүмәтен аяҡҡа баҫтырыу, ғәскәр башлығы итеп Ә.Вәлидиҙе тәғәйенләү. Тәүге яуҙар. Башҡорт хөкүмәтенең Силәбенән Ырымбурға күсеүе. Граждандар һуғышы фронттарында. Башҡорт ғәскәренең Совет хөкүмәте яғына сығыуы. 1919 йылдың 20 мартында ’’Үҙәк совет власының Башҡортостан хөкүмәте менән Башҡортостан совет автономияһы тураһында килешеү” договоры. Ҡыҙыл ғәскәрҙәрҙең башҡорт ғәскәрҙәренә ҡарата баш-баштаҡлыҡтары хаҡында Ә.Вәлидиҙең Мәскәүгә яҙған ’’Башҡорт ғәскәренең күсеү һәм хәҙерге хәле тураһында” тигән доклады. Ә.Вәлидиҙең В.И.Ленин, И.В.Сталин, Л.Троңкий менән осрашыуҙары. Башҡорт хөкүмәтенең граждандар һуғышы осоронда Саранск ҡалаһына күсерелеүе һәм бында ойоштороу, ғәскәр эштәре. Ә.Вәлидиҙең Мәскәүҙәге эшмәкәрлеге. В.И.Ле- нин менән мөғәмәләре, бәхәстәре. И.В.Сталин менән мөнәсәбәттәре. Башҡорт дивизияһы Петроградты һаҡлауға саҡырылғас, Ә.Вәлиди ғәскәр янында. Петроградтағы эшмәкәрлеге. йылдың көҙөндә Башҡорт хөкүмәте Башҡортостанда, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм был осорҙа Э.Вәли- диҙең ойоштороу эштәре, Үҙәк власть менән мөнәсәбәте. Ә.Вәлиди менән Нәфисәнең туйҙары. Үҙәк комитет тарафынан Ә.Вәлидиҙең Мәскәүгә саҡырылыуы. 1920 йылдың майында ’’Башҡорт Совет Автономиялы Республикаһының Рәсәй Совет Республикаһы менән мөнәсәббәттәре тураһында” автономия хоҡуҡтарын сикләгән декрет иғлан ителеүе, бының менән ризалашмайынса, Ә.Вәлидиҙең Төркөстанға ҡасып китергә мәжбүр булыуы... Төркөстанда — 126-сы бит ”1920 йылдың 29 июнендә, Лениндан ҡасып, уға ҡаршы асыҡтан-асыҡ көрәш байрағы күтәреп, Төркөстандың тау-сүлдәренә юлландым” (’’Хәтирәләр”). Баку ҙа Шәреҡ халыҡтарының съезында конспиратив рәүештә ҡатнашлығы. 1920 йылдың 12 сентябрендә В.И.Ленинға яҙған тарихи

375
хаты. Төркөстанға ауыр юлдар үтеп килеүе. Хиуа—Чор- жоу—Бохара юлы, арҡадаштары, Нәфисәһе менән табы- шыуы. Сәфәрендәге төрлө яҙмалары, ғилми тикшеренеүҙәре. Төркөстандағы ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге — Төркөстан Милли Берлеге йәмғиәтен ҡороу эштәре. Был йәмғиәттең съезында Төркөстан Милли Берлеге рәйесе итеп Ә.Вәлидиҙең һайланыуы. Төркөстан Социалистик Ирек партия программаһы проекты. Башҡортостан менән бәйләнеш. Ә.Вәлидиҙең баҫмасылар хәрәкәтенә ҡушылыуы. Әнүәр Паша менән осрашыуҙары. Яңы шарттарҙа тактик саралар. Төрлө яуҙарҙа ҡатнашыуы. Баҫмасылыҡ хәрәкәтенең еңелеүе. йылдың сентябрендә Ташкентта йәшерен үткәрелгән Төркөстан Милли Берлеге съезының көрәш тактикаһын үҙгәртеү һәм Ә.Вәлидигә һәм Төркөстан менәүәрҙә- ренә, сит илдәргә сығып, азатлыҡ өсөн сәйәси көрәш башларға кәрәклек тураһындағы ҡарары. Ә.Вәлидиҙең көнсығыш мәҙәниәте, Йәләлетдин Руми, Ғәлишир Нәуаи кеүек классик әҙиптәр хаҡындағы ҡараштары. Төркөстанда күпмелер ғилми сығанаҡтар туплауы. Сит илдәргә сығып китер алдынан Ә.Вәлидиҙең башҡорт халҡына, үҙенең аркадаштарына, В.И.Ленинға хаттар яҙғаны... Сит илдәрҙә — 160-сы бит Ә.Вәлидиҙең Фәтхелҡадир Сөләймәнов (Абдулкадир Инан) менән 1923 йылдың 21 февралендә Иранға сығыуы. Совет консулы яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимов, Риза хан Пеһ- леви менән бәйләнешкә инеүҙәре. Ә.Вәлидиҙең Төркиә пашаһы Мостафа Кемалға яҙған рапорт хаты. Иранда ике ай булғас, Афғанстанға килеүҙәре. Ҡабулда Төркөстан лидерҙары менән кәңәшмәһе. Ә.Вәлидиҙең Афғанстан хөкүмәте башлығы Аманулла ханға яҙған тәҡдимдәр хаты. Сит илдәрҙә Ә.Вәлидиҙең ғилем эше менән шөғөлләнә башлауы. Иранда Мәшһәд ҡалаһы китапханаһы фондында ултырғаны, ”Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе”нең ҡулъяҙмаһын табыуы; бүтән ҡиммәтле ҡулъяҙмаларға юлығыуы. һират ҡалаһында архитектур һәм мәҙәни ҡомартҡылар менән танышыуы.

376
Сентябрь—октябрь айҙарында — һиндостандалар. йылдың ноябрендә, океан пароходына ултырып, һинд океаны, Ҡыҙыл диңгеҙ аша Европаға сәйәхәте. Ә.Вәлиди оҙон юлда ҡорған фәнни эш пландары. Мөжәһир-эмигранттарыбыҙ — Көнбайыш Европала. Ике айға якын Париждалар. Франциялағы ғилми, сәйәси бәйләнештәре, француз ғалимдары менән танышыуҙары. йылдың башында — Германияла, Берлин ҡалаһында. Бында ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлектәре, немец шәрҡиәтселәре менән осрашыуҙары. Берлинда Төркөстан Милли Берлегенең сит илдәге беренсе-икенсе конгрестары. Урыҫ социал-революционерҙары менән бағланыштары. Уларҙың конгресында Ә.Вәлидиҙең сығышы. Аркаҙашта- рына яҙған хаттарында Ә.Вәлидиҙең яңы тарихи шарттарҙа сәйәси һәм көрәш тактикаһы хаҡындағы яңыса ҡараштарының сағылышы. Ә.Вәлидиҙең Көнбайыш Европала яңынан фән донъяһына якынайыуы. ’’Рәсәйҙән ҡасып Европаға килеүем ғилми сәйәхәткә әүерелде” (’’Хәтирәләр”). Париж һәм Бер- линдың Үҙәк архив фондтарында шөғөлләнеүе. СССР Фәндәр академияһы менән бәйләнеш урынлаштырыуы. Ә.Вәлиди менән Ф.Сөлэймәновтың Төркиәгә саҡырылыуы. Уларҙың Прага, Будапешт, Бухарест аша Төркиәгә килеүе. Төркиәлә — 188-се бит йылдын 20 майынан — Истанбулда. Июнь башынан Анкарала Мәғариф министрлығында хеҙмәттә. Төркиәлә ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеген дауам итеүе. Ныҡлап фән менән шөғөлләнеп алып китеүе. Төркиә президенты Мостафа Кемал паша — Ата Төрөк менән беренсе осрашыуы. йылдың башынан Ә.Вәлиди Истанбул университетының профессоры. Истанбулда төпләнеп йәшәй һәм эшләй башлауы. Истанбулда академик В.В.Бартольд менән күрешеүе, Р.Фәхретдин һ.б. ватандаштары менән осрашыуы. Фәнни эшмәкәрлегенең яңы осоро. Тарих, этнография, фольклор, тел һәм әҙәбиәт ғилеме, шәрҡиәт әлкәһендә күндәм шөғөлләнеүе. Ә.Вәлиди һәм Мостафа Кемал — Ата Төрөк. 1932 йылда Төркиәлә Тарих конгресы һәм Ә.Вәлидиҙең төрөк ғалимдарының конъюнктур хата ҡараштарына ҡаршы сыҡ

377
ҡан доклады. Ә.Вәлидиҙең бынан һуң Төркиәне ташлап китергә мәжбүр булыуы. Уның ”Ҡом аҫтына күмелгән ун ете ҡала һәм Садри Маҡсуди бей” исемле полемик китабы. Татар эмигранттарының Ә.Вәлидигә һәр саҡ аяҡ салыуҙары. "Бөгөнгө Төркөстан һәм яҡын тарихы” фундаменталь хеҙмәте. Яҙылыу тарихы. Китаптың беренсе киҫәге: Көнбайыш Төркөстан. Уның структураһы, төп бүлектәре. Беҙҙең эранан элгәргенән алып XVI быуатҡа тиклемге, XVII- быуаттар тарихы. Яңы тарихтың милли азатлыҡ өсөн көрәш осоро. Был хеҙмәттең мөһим проблематикалары. Ғалимдың ғилми мираҫында китаптың тотҡан урыны һәм әһәмиәте. Төркиәт ғилемендә ҙур популярлыҡ яулауы. ’’Төркөстан” серияһында баҫылып сығасаҡ әҫәрҙәре. Австрияла. Германияла — 217-се бит Вена университетында. Аспирантура үтеүе һәм ”Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе” темаһына докторлыҡ диссертацияһын яклауы. Ә.Вәлиди Германияла Бонн университетында ислам һәм Урта Азия тарихы буйынса лекциялар уҡыуы. Ә.Вәлиди Бонн университеты профессоры. Геттинген университетында уҡытыуы. Көнбайыш Европаның немец, инглиз, француз телдәрендәге ғилми матбуғатында актив яҙышыуы. Лейпцигта ”Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе” китабының немецса баҫылып сығыуы. Көнбайыш Европа шәрҡиәтсе ғалимдар менән хеҙмәттәшлеге. Финляндияла булыуы. Немец, инглиз, француз ғалимдарының Ә.Вәлидиҙе бөйөк ғалим итеп таныуҙары. Дошмандары, татар эмигранттарының яңы интригалары. Ә.Вәлиди үҙен хәҙер фәҡәт ғилем эшенә бағышлауы. Зигмунд Фрейд менән осрашыуы. ”Ибн Фадландың сәйәхәтнамәһе”. Был хеҙмәттең тарихи, археографик, текстологик әһәмиәте. Текстарға бирелгән экскурс-аңлатмаларҙың фәнни ҡиммәте. ” Ибн Фадлан сәйәхәтнамәһе” китабы — ’’Төркиәт ғилеменең кескәй энциклопедияһы” (Г.Янски). Боронғо болғар һәм башҡорт тарихына һығымталар. Экскурстарҙа этнографик, лингвистик, этимологик тикшеренеүҙәре. Ә.Вәлидиҙең шәхси тормошоноң ҡайһы бер яҡтары. Яҙған хаттары...

378
Яңынан Төркиәлә — 244-се бит 1939 йылдың көҙөндә яңынан Төркиәлә. Истанбул университеты профессоры, ординар докторы. Өйләнеүе. Зәки Вәлиди Туған тәхәллүс-псевдонимын алыуы. Фән менән шөғөлләнеү мөмкинлектәренең киңәйеүе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бер нисә тапҡыр Германияға барып ҡайтыуы, милләттәш әсирҙәр менән осрашыуы. Ә.Вәлидиҙең пантюркизмда һәм туранизмда сәйәси ғәйепләнеп төрмәгә ултыртылыуы. Ун биш ай төрмәлә ултырғандан һуң ғәйеп эштәре табылмай аҡланыуы. Ғаиләһенең ауыр хәле. Үҙен бик оҙаҡ эшкә алмай йонсотоу- ҙары. Университетта уҡытыу эшенә ҡайтарылыуы. ’’Төрки тарихына инеш” хеҙмәте. Унда тарих ғилеме буйынса ҡуйылған мәсьәләләр. Дөйөм төрки тарихына системалы ҡараш, бик боронғо замандарҙан XVI быуатҡа тиклемге тарихты ентекле байҡау. Хеҙмәттең бай һәм төрлө сығанаҡтарға таянып яҙылыуы. Дөйөм төрки тарихы буйынса сағылған төп концепциялары. Хронологик бүленеше: Беҙҙең эраға тиклемге бик боронғо осор. Беҙҙең эра тарихы: Исламдан алдағы дәүер. Ислам осоро тарихының XVI быуатҡа тиклемге дәүере. XVI быуаттың яңы заманға тиклемге дәүерҙәре. Бөйөк төрки дәүләттәре. Төрки дәүләттәренең үҙенсәлектәре. Һуңғы емешле миҙгел — 262-се бит йылдан 1970 йылғаса Ә.Вәлиди Туғандың һуңғы емешле ижад осоро. 60 йәше уңайы менән ’’Зәки Вәлиди Туған” исемле бағышланмыш йыйынтыҡ. Бөтә донъя шәрҡиәтсе ғалимдарҙың уның ғилми ҡаҙаныштарын юғары ба- һалауы. Ә.Вәлиди Туған — Исламиәт институты директоры. 1951 йылда Төркиәлә үткән Шәрҡиәтселәрҙең халык-ара XXII конгресын ойоштороуҙа һәм етәкләүҙә Ә.Вәлидиҙең роле: ’’Төрки халыҡтарының телдәре һәм мәҙәниәттәре тарихы буйынса белешмә” хеҙмәт әҙерләү менән шөғөлләнеүе. ’’Philoloqie Turcice Fundamenta” китабының беренсе томы. Ә.Вәлиди Туған — Шәрҡиәтселәрҙең халыҡ-ара XXVI конгресында ’’Төрки мәҙәниәте буйынса белешмә” ун томлығын әҙерләү мәсьәләһен ҡуйыуы. ’’Тарихта ысул” фундаменталь хеҙмәте. Яҙылыу тарихы, хеҙмәттең проблематикаһы. Тарих теорияһы, филосо

379
фияһы һәм методологияһы мәсьәләләре. Сығанаҡтар белешмәһе һәм системаһы. Тарих предметы һәм тикшеренеүҙәр даирәһе. Тарихты тикшереү ысулдары. Төркөмдәре: Нәҡли тарих; прагматик тарих, генетик тарих; ижтимағи тарих. Уларға ғилми характеристика. Методология, ысул теорияһының өс өлөшө: сығанаҡтар, тәнкит-анализ, синтез. Тарих фәлсәфәһе теорияһындағы алты төркөм: теократик һәм дуалистик, материалистик, позитив, идеалистик, экспрессионистик һәм гуманистик тарихи ҡараштар теорияһы. Уларға характеристика. Көнсығыш менән Көнбайыш фәлсәфәләренең үҙ-ара бәйләнеше һәм айырмалыҡтары. Көнсығыш (шәреҡ) тарихы фәлсәфәһенә бер байҡау. Тарихта ысулдың, методологияның назари (теоретик) һәм тарихи нигеҙҙәре. Тарихтың бүтән ярҙамсы фәндәр — археология, этнография, сығанаҡтар, лингвистик, нумизматика һ.б. менән тығыҙ бәйләнеше. ’’Тарихта ысул” китабында Ә.Вәлиди Туғандың тарихтың теорияһы, философияһы һәм методологияһы мәсьәләләрендә үҙ ҡараштарының сағылышы һәм мөһим фәнни принциптары. ’’Башҡорттарҙың тарихы” хеҙмәте. Тәүҙә университетта лекциялар рәүешендә укылыуы. Башҡорт тарихын донъя күләм сығанаҡтарға таянып бик боронғо замандарҙан алып XVIII быуат аҙаҡтарына тиклем тикшереүе. Халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәш тарихы үҙәккә ҡуйылыуы. Был хеҙмәттең ’’Тарихи тикшеренеүҙәр” серияһында тотҡан урыны. Мәғлүмәттәр байлығы. Башҡорт дәүләтселеге мәсьәләһе. Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә нисек ҡушылыуына ҡарата авторҙың үҙ объектив ҡарашы. XVII—XVIII быуаттарҙағы башҡорт восстаниеларына киң байҡау. XIX, XX быуат башы башҡорт тарихына күҙәтеү. Хеҙмәттең ҡулъяҙмаларына һәм һуңғырак тарихыбыҙға ҡарата бер нисә һүҙ. ’’Хәтирәләр”. Был китаптың тарихи-ижтимағи һәм автобиографик әһәмиәте. Жанрының үҙенсәлеге. Тарихсы ғалимдың һәм сәйәсмәндең мемуар яҙмалары. Китаптың икенсе ҡушма исеме: ” Төркөстандың һәм башҡа көнсығыш тәрктәренең милли булмыш һәм культура өсөн көрәше”. Элекке тарихи хеҙмәттәренең үҙенсәлекле дауам ителеше күренеше.

380
’’Хәтирәләр” — авторҙың ярты ғүмер юлына, револю- ция-йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаған, со- циаль-сәйәси, рухи ҡараштарын сағылдырған ҙур мемуар әҫәр. Хәтирәләрҙең яҙылыу тарихы. Хеҙмәттең тарихи, документаль сығанаҡтары. ’’Хәтирәләр” — үҙҙәре мөһим тари- хи-мемуар сығанаҡ. ’’Хәтирәләр” — ’’Тарихтың кешелә сағылышы ” (А.Герңен). Иҫтәлектәрҙең хронологик принципҡа ҡоролошо. Айырым тематик-проблематик мәсьәләләрҙең кескәй бүлексә рәүешендә ҡушылып китеүе. Шулар әҫәрҙең сюжет-компо- зиция үҙенсәлектәрен билдәләүе. ’’Хәтирәләр” китабының үҙенсәлекле стиле. Авторҙың ’’һуңғы һүҙе”. ’’Хәтирәләр” — оло һабаҡ, онотолмаҫ хәтирә, аманат һүҙе. Һуңғы йылдары — 314-се бит Ғилми-ойоштороу эштәренең киңлеге: университетта уҡытыу, институт менән етәкселек итеү, аспиранттар тәрбиәләү, сит ил университеттарында лекциялар уҡыу, ғилми конгрестарҙа ҡатнашыу, коллектив фундаменталь хеҙмәттәр әҙерләү һ.б. Ә.Вәлиди Туғандың шәкерттәре. Фән — уның тормошо, бөтә булмышы. Ғалимдың эш режимы. Фиҙакәрлеге, тырышлыҡтары. Көндәлек яҙмалары, ҡуйын дәфтәрҙәре. Ә.Вәлиди Туғандың вафаты (1970, 26 июль). Бөйөк ғалим ҡалдырған ғилми мираҫ. Баҫылмаған йәки баҫмаға әҙерләнгән ҙур әҫәрҙәре. Бай архив фонды... Энциклопедик ғалим — 322-се бит Ә.Вәлиди Туған — энциклопедик ҡоласлы ғалим: тарихсы, шәрҡиәтсе, төркиәтсе, телсе, әҙәбиәтсе, фольклорсы. Ул төрки халыҡтары тарихсыһы. Хеҙмәттәренең археология, хронология, археография, тарихи география, нумизматика, этнография, филология, текстология һ.б. ғилми тармаҡтары менән тығыҙ үрелеше. Тарихи-сағыштырыу, комплекслы тикшеренеү ысулдары. Ә.Вәлиди Туған — ’’Ислам энциклопедияһы” күп томлығының авторҙарының һәм редакторҙарының береһе. Был энциклопедияға яҙған тарихи хеҙмәттәре.

381
Шәрҡиәтсе — 329-сы бит Ә.Вәлиди Туған — шәрҡиәтсе ғалим. Уның бөтә донъя күләм абруйы. Шәрҡиәт институты директоры. Шәрҡиәтселәрҙең халыҡ-ара конгрестарының ойоштороусы һәм үҙәк докладтар менән сығыш яһаусы ғалим. Ғәреп-шәреҡ проблемаһында Ә.Вәлиди концепцияһы. Бөтә донъя шәрҡиәтсе ғалимдар менән ижади дуҫлығы. ’’Истанбул университеты алдында торған бурыстарынан” хатында шәрҡиәткә бәйле эш программаһы... Төркиәтсе — 334-се бит Төрки халыҡтары тарихына һәм мәҙәниәтенә бағышланған капиталь хеҙмәттәре. Филология әлкәһенә индергән ҙур өлөшө. Төрки этнографияһы, археографияһы буйынса эштәре... Ә.Вәлиди Туған — төрки әҙәбиәт белгесе. Көнсығыш классик поэзияһына ғашиҡ шәхес. Боронғо һәм урта быуаттар төрки әҙәби ҡомартҡыларына арналған ғилми эштәре (Орхон-Йәнәсәй ташъяҙмалары, ’’Ҡутадғу билик”, ’’Диуани лөғәт әт-төрк” һ.б.). Ғәлишир Науаи, Лотфи, Хәйҙәр, Бабур, Абай тормошо һәм ижады хаҡындағы монографиялары. Үзбәк әҙәбиәте, ҡаҙаҡ әҙәбиәте тарихы буйынса хеҙмәттәре. Дөйөм төрки әҙәбиәте тарихына, төрки әҙәбиәт теленә ҡарата үҙ концепцияһы. Гетеның ”Ғә- реп-Шәреҡ диуаны ” әҫәрен көнсығыш әҙәби традициялары менән бәйләп тикшереүе. Ә.Вәлидиҙең төрки фольклоры өлкәһендәге эшсәнлеге. Милли дастандар буйынса эштәре. Төрки фольклорына классификация. ’’Уғыҙ дастаны” китабы — төркиәтсе ғалимдың ҙур эше. Уның текстологик һәм әҙәби тикшеренеү әһәмиәте. Ә.Вәлиди Туған — төрки тел белгесе... Бөйөк кеше — 351-се бит ’’Зәки Вәлиди ысын-ысындан бөйөк ғалим, шул ук ваҡытта бөйөк кеше лә ине” (Герберт Янски). Зәки Вәлиди Туған — ҡайнар йөрәкле, ныҡлы ихтыярлы шәхес. Әхмәтзәки Вәлиди — башҡорт кешеһе, милли рухлы зат; ’’һөйөклө милләтем өсөн йәнемде бирер инем”, — ти ул. Ә.Вәлиди Туған — күп телдәр белгән кеше, бөтә халыҡтарға, милләттәргә оло хөрмәт йөрөткән йән. Ә.Вәлиди —
хәҡиҡәткә тоғро, хәҡиҡәт, ғәҙеллек өсөн көрәшкән эшмәкәр. Ул үҙенең холок-кылығы, әҙәп-әхлағы, кешелеклелеге, үҙ ҡәҙерен һәм һиммәтен белер үрнәкле шәхес. Ә.Вәлидиҙең исеме, ғилми мираҫының тыуған иленә, халҡына ҡайтыуы... Ә.Вәлиди Туғандың тормошо һәм эшмәкәрлеге даталары — 357-се бит Ҡыҫҡаса библиография — 370-се бит

Йөкмәткеһе — 372-се бит
Хусаинов

Гайса Батыргареевич

АХМЕТЗАКИ ВАЛИДИ ТОГАН Историко-биографическая книга

(на башкирском языке)

Мөхәррирҙәр

Ф. Заһирова, Ғ. Теүәлев Биҙәүсе мөхәррир И.Ншәмәтйәнов Техник мөхәррир М.Әминева Компьютерҙа версткаланы Г.Ильясова, А.Насырова Корректор Ғ. Шәрипова



Нәшриәт

лиц. №0163. Бирелгән 22.11.96.

Баҫырға ҡул ҡуйылды 24.03.2000. Ҡағыҙ форматы 84x108/32. Таймс гарнитураһы. Шартлы баҫма таб. 20,16+0,42 ҡушымта. Иҫәп-баҫма таб. 19,28+0,39 ҡушымта. Тиражы 3000 дана. Хаҡы ирекле. Заказ № 1303. Әҙер диапозитивтарҙан баҫылды. ’’Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәте. 450076, Өфө,

Аксаков урамы, 62.


?


bektemn-kn-sinibi-10--pn.html

bektemn-l-farabi-atindai.html

bektemn-m--o-uezov.html

bektemn-marzhanbla-so-km-12.html

bektemn-marzhanbla-so-km-17.html